+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2018, 12:09

Рәхмәт хаты тапшырылды

Хәлил Басир улы Рысаев агросәнәғәт комплексында 1981 йылдан бирле эшләй. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Калуга өлкәһенә ебәрелә, унда ете йыл “Сычевский” совхозында баш инженер булып эшләй.

Хәлил Басир улы Рысаев агросәнәғәт комплексында 1981 йылдан бирле эшләй. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Калуга өлкәһенә ебәрелә, унда ете йыл “Сычевский” совхозында баш инженер булып эшләй. Башҡортостанға ҡайтҡандан һуң Әлшәй районында “БАССРҙың 50 йыллығы” совхозында, артабан “Путь Ильича” колхозында ошо вазифаны дауам итә. 2003 йылда Раев ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнә. Ошо вазифанан “Башсельхозтехника” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Дәүләкән филиалы директоры итеп күсерелә. Ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороу осоронда яуаплылығы сикләнгән “Стан” йәмғиәте коллективын да етәкләй. 2008 йылдан Хәлил Басир улы ауыл хужалығы идаралығында баш инженер.
Үткән ун йыл эсендә район хужалыҡтары етәкселәре һәм инженер хеҙмәттәре менән бергәләп ауыл хужалығы машиналары паркын яңыртыу буйынса күләмле эш башҡарыла. Яңы быуаттың тәүге ун йыллығы уртаһында район аграрийҙарында ни бары биш-алты юғары етештереүсәнле техника булһа, бөгөн инде 266 трактор һәм 94 комбайн, төрлө тәғәйенләнештәге тиҫтәләгән сәсеү комплексы, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө, мал аҙығы әҙерләү, тупраҡ эшкәртеү өсөн яңы техника ҡайтартылған. Машиналар паркын яңыртыу хужалыҡтарға ауыл хужалығы культураларын эшкәртеүҙең алдынғы технологияларын уңышлы үҙләштерергә мөмкинлек бирә.
Белгестең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының ике Почет грамотаһы менән билдәләнгән, ә күптән түгел Х.Б. Рысаевҡа Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Читайте нас: