+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июнь 2018, 16:55

Ҡала урамдары матурлана

Ҡайнар асфальттың тынды ҡурған ауыр еҫе барыһына ла оҡшап бөтмәй, әлбиттә, әммә Пионерҙар урамында йәшәүселәр үҙҙәренең урамдарында барған эштәрҙе күҙәтеп, уны рәхәтләнеп һулай. Үҙ тарихында тәүге тапҡыр был урамда асфальт түшәлә, ул ҡала үҙәгендә йәйелгәндәренән һис тә кәм булмаясаҡ.

Ҡайнар асфальттың тынды ҡурған ауыр еҫе барыһына ла оҡшап бөтмәй, әлбиттә, әммә Пионерҙар урамында йәшәүселәр үҙҙәренең урамдарында барған эштәрҙе күҙәтеп, уны рәхәтләнеп һулай. Үҙ тарихында тәүге тапҡыр был урамда асфальт түшәлә, ул ҡала үҙәгендә йәйелгәндәренән һис тә кәм булмаясаҡ.
Был көндәрҙә түшәлгән асфальтҡа Пионерҙар урамында йәшәүселәр генә түгел, башҡа урамдар халҡы ла ҡыуана. Көндәр йылы һәм ҡоро торғанда мөмкин тиклем күберәк эш башҡарып ҡалыр өсөн Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре иртә таңдан кискә тиклем тырыша. Миҙгел башланғандан алып ҡалала дүрт километрға яҡын юл асфальтланған, көнөнә тоннаға тиклем асфальт түшәлә. Был эшкә бөтә техника йәлеп ителгән. Эш дәррәү бара. Бер участкала асфальт түшәлә икән, икенсеһендә тулы ҡеүәтенә әҙерлек эштәре бара: юл тигеҙләтелә, үҫенте тамырҙары аҡтарыла, ваҡ таш түшәлә һәм башҡалар. Пионерҙар урамында асфальт түшәү менән бер ҡатарҙан үҙәк дауахана районында автомобилдәр ҡуйыу өсөн махсус майҙан булдырылды.
- Артабан Ҡояшлы тыҡрығын төҙөкләндереү һәм ҡала үҙәгендә машиналар ҡуйыу өсөн өҫтәмә урын яһаясаҡбыҙ, - тине Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы директоры Мөнир Вәли улы Исхаҡов. – Ҙур күләмдә эштәр ҡаралған, тырышырға кәрәк, йәйге айҙарҙа уйланылғандар тормошҡа ашыр тип ышанам.
- Юл төҙөлөшө программаһы өс йылға иҫәпләнгән, беҙ эштәрҙе ваҡытынан алда башҡарабыҙ, - тип аңлатма бирҙе ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы В.В. Гапоненко. – Аҡса республика бюджетынан һәм өлөшләтә урындағы бюджеттан бүленә. Июль айында яңы тротуарҙар һалына башланасаҡ, булғандары тәртипкә килтереләсәк.
Оҙаҡ йылдар дауамында тәүге тапҡыр асфальт түшәлгән урамдарҙа йәшәүселәр был көндәрҙә юлсыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерә. Хәҙер улар яҙғы-көҙгө ямғырҙар осоронда рәхәтләнеп тигеҙ урамдан ҡайтасаҡ.
Читайте нас: