+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль 2018, 12:43

Балалар һәм транспорт

Бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын, шулай уҡ тимер юл транспорты объекттарында балаларҙың йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү маҡсатында 2018 йылдың май аҙағынан июнь башына тиклем Аксаков станцияһының линия бүлексәһе тарафынан “Балалар һәм транспорт” тигән шартлы исем аҫтында профилактик акция үткәрелде.

Үҙҙәренең ҡарамағындағы территорияла хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, шулай уҡ транспорттың хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеү маҡсатында транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре вокзалдарҙы, ҡала яны электр поездарын тикшерҙе.
“Балалар һәм транспорт” профилактик акция барышында бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында бер бәхетһеҙ осраҡ та булмаған, хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтелмәгән.
Билдәләнмәгән урында тимер юл аша сыҡҡан өсөн бер бәлиғ булмағанға ҡарата РФ КоАПының 11.1-се статьяһының 5-се өлөшө буйынса административ протокол төҙөлгән. 2001 йылғы үҫмер Приют ҡасабаһында тәғәйенләнмәгән урында тимер юл аша сығып барған була.
Полиция хеҙмәткәре ҡарамағына эләккән һәр үҫмер менән тимер юл транспорты объекттарында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында әңгәмә үткәрелә, шулай уҡ юл аша сығыу ҡағиҙәләре әйтелә.
Вайымһыҙ булмаһаҡ ҡына беҙ үҫеп килеүсе быуындың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Читайте нас: