Үткән йыл Сергиополь ауылында йәнә бер урам барлыҡҡа килде. Сергиополь-Дәүләкән юлына яҡын бүленгән ер участкалары үҙҙәренең хужаларын тиҙ тапты. Бында электр сымдары һуҙылған, тиҙҙән газ үткәреү ҡаралған, эргәнән генә яҡшы юл үтә. Быйыл Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы уны капиталь ремонтланы.
Бер-бер артлы йорттар ҡалҡа башланы, төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелгән. Тимәк, тиҙҙән кешеләр йорт туйлаясаҡ, урам бала-саға тауыштарына күмеләсәк. Был инде ауылдың киләсәге өмөтлө тигән һүҙ.
Ҡаланан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан Сергиополь ауыл Советы район үҙәгенә яҡынлығы менән генә түгел, үҙенең инфраструктураһы менән дә йәлеп итә. Бында балалар баҡсаһы эшләй. Ике йыл элек “Аныҡ эштәр” партия проекты буйынса ул капиталь ремонтланды, ҡыйығы алмаштырылды. Мәктәпкәсә учреждениеға ауыл балалары ғына түгел, Дәүләкән ҡалаһынан да балалар йөрөй. Үҙенең уңайлылығы, матурлығы буйынса балалар баҡсаһы ҡаланыҡынан бер ҙә ҡайтыш түгел, ә ауылдың саф һауаһы уларҙың һаулыҡтарын нығыта.
Былтыр район бюджеты иҫәбенә Сергиополь мәктәбендә ҙур ремонт үтте: иҙән алмаштырылды, заманса тәҙрәләр, ишектәр ҡуйылды. Бында Дорошевка, Комсомол, Уртатау, Ҡаранбаш ауылдарынан уҡыусылар килеп белем ала. Йәй көндәрендә мәктәптә тынлыҡ – каникул. Уның ҡарауы балалар майҙансыҡтарында йәнлелек, бында улар бишәү. Бәләкәстәргә уйнарға урын булһын өсөн уларҙы урындағы бюджет аҡсалары иҫәбенә ҡуйғандар.
- Әйтергә кәрәк, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа район хакимиәтенең ярҙамы ҙур, - ти Сергиополь ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Әнүәр Абдуллин.
Юлдар – һәр ауылда йәшәү артерияһы. Хәүефһеҙлек тә, мәктәп автобусының йөрөүе, йөктәр ташыу, башҡа ҡала һәм ауылдарға барыу ҙа юлдар торошона бәйле.
- Юлдарҙы хәлебеҙҙән килгән тиклем ҡарап торабыҙ, - ти Әнүәр Зәки улы. – Ҡаранбаш һәм Сергиополь ауылдарында 3,5 км оҙонлоҡта ваҡ таш түшәнек. Материалды ауыл билмәһенең ҡом-таш карьерынан ташыныҡ. Уны беҙ тап ошондай эштәр өсөн файҙаланыу маҡсатында асҡайныҡ.
Ауыл биләмәһе территорияһында ете крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеү һәм етештереү буйынса предприятиелар: 400 квадрат метр ҙурлыҡта пекарня, теплица бар. Сауҙа нөктәләре халыҡты кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итә. КФХ башлыҡтары Сергей Рихтер, Рәфис Абайҙуллин, башҡа эшҡыуарҙар беҙгә һәр башланғыста ярҙамға килә. Шуныһын да әйтеп үтәйек, Рәфис Индус улы тик “бишле” билдәләренә генә уҡыусыларға стипендия түләй. Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса бөтә мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ.
Тәжрибәле, игенселек эш менән күптән шөғөлләнгән кешеләр менән бер рәттән йәш фермерҙар ҙа үҙ көстәрен һынап ҡарай. Азат Хужахмәтов Сергиополь мәктәбен тамамлағас Дәүләкән ҡалаһына киткәйне. Бер нисә йылдан кире әйләнеп ҡайтты. Арендаға ер алып, иген сәсте. Тәүге йылда урындағы эшҡыуарҙар уға орлоҡ бирҙе, техника бүлде. Яйлап эштәре алға китте, комбайн, сәскес, культиватор, башҡа кәрәкле агрегаттар алды. Ул бойҙай, көнбағыш сәсә, сөнки был культуралар һәр саҡ һорау менән файҙалана. Килгән табыш производствоны үҫтереүгә тотонола. Киләсәктә ул ит етештереү менән шөғөлләнергә, хужалығын күп профилле итергә иҫәп тота. Бөгөн Сергиополь ауылында йорт төҙөй, тиҙҙән ғаиләһен дә күсермәксе.
Ошондай эшлекле, перспективалы йәштәр күберәк булһын, сабыйҙар һаны артһын ине. Шул саҡта ауылдарыбыҙ ҙа уғата матурланасаҡ һәм йәмләнәсәк.