+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2018, 13:13

Тәьҫораттар иҫ китмәле!

Эй, каникул, каникул,Беҙ яратҡан мәл бит ул.Эй, каникул, каникул,Күңелле бул, оҙон бул.

Эй, каникул, каникул,
Беҙ яратҡан мәл бит ул.
Эй, каникул, каникул,
Күңелле бул, оҙон бул.
Яратҡан яҙыусым, яҡташыбыҙ Рәсимә Ураҡсина балаларҙың иң яратҡан, көтөп алған йәйге каникулы тураһында шундай матур шиғыр яҙған.
Быйыл миңә Әлшәй районында урынлашҡан А.П. Чехов исемендәге балалар шифаханаһында ял итеү бәхете тейҙе.
Бында башҡорт телен яҡшы белгән, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәләтле уҡыусылар йыйылғайны. Лагерь билдәле педагог, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның Мәғариф министрлығы менән берлектә төҙөгән программаһы буйынса эшләне. Тәүге көндә үк беҙҙе ырыуҙарға бүлделәр. Һәр ырыу үҙенең ағасы, ҡошо, тамғаһы, ораны менән таныштырҙы. Ә девиз бөтәбеҙҙең дә бер ине: кешелек булһын атығыҙ, яҡшылыҡ булһын затығыҙ, яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ. Был тылсымлы, мәңгелек һүҙҙәр “Урал батыр” эпосынан алынған. Һәр көнөбөҙ файҙалы һәм фәһемле үтте. Ағинәйҙәр берләшмәһе ағзалары, “Бирешмә!” төркөмө, хореограф Рәил Лоҡманов менән осрашыу онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалды.
Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләндек, бейергә, гитара, ҡумыҙ, ҡурайҙа уйнарға өйрәттеләр. Мин “Тыпырҙыҡ”, “Ете ҡыҙ”, “Томбойоҡ” бейеүҙәрен өйрәндем, ошонда ойошторолған “Байыҡ”, “Һылыуҡай” конкурстарында беренсе урын алдым.
Чехов эҙҙәре буйлап, ылыҫ урманының саф һауаһын һулап, ҡымыҙ менән һыйланып, үҙемә яңы дуҫтар табып, рухланып ҡайттым.
Читайте нас: