+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2018, 13:09

Йәшлек ҡалды артта...

Кеше олоғая барған һайын уйҙары менән үткән ғүмер юлдарына, йәшлек йылдарына ҡайтыусан. Беләктәрендә - көс, йөрәктәрендә дәрт ташып торған мәлдәр, күмәк хужалыҡта гөрләшеп эшләгән йылдар онотолорлоҡмы һуң?

Кеше олоғая барған һайын уйҙары менән үткән ғүмер юлдарына, йәшлек йылдарына ҡайтыусан. Беләктәрендә - көс, йөрәктәрендә дәрт ташып торған мәлдәр, күмәк хужалыҡта гөрләшеп эшләгән йылдар онотолорлоҡмы һуң? Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, ырҙын табаҡтарында өйөм-өйөм иген тулып ята, киң яландарҙа көтөү-көтөү мал, баҫыу-ҡырҙар комбайн, трактор тауыштарынан гөрләп тора, төркөм-төркөм булып һауынсылар сираттағы һауынға ашыға... Бынан теүәл 60 йыл элек ғаилә ҡорған Наилә һәм Рәжәп Маннаповтар үҙҙәренең юбилей кисәһендә уйҙары менән йәнә шул алыҫта ҡалған шаулы йәшлек йылдарына ҡайтты. Бөгөн инде һикһәнде артмаҡлаған олатай менән өләсәй тормоштоң еңелләшеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Һәр замандың үҙ матурлығы ла баһа! Һәр йортта газ, ут, һыу үткәрелгән, ихата һайын еңел машина, урамдарҙа асфальт, киң юлдар ялтырап ята. Ҡәҙерләп үҫтергән өс ҡыҙҙарының, ейән-ейәнсәрҙәренең ошондай матур тормошта йәшәүе ҡарттарға оло ҡыуаныс.
Маннаповтарҙы ҡотларға был көндө элекке “Дим” хужалығы рәйесе Әхиәр Әнүәр улы Әйүпов, Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ринат улы Мөхәмәтғәлин килгәйне. Сығыш яһаусылар ирле-ҡатынлының тырышлығын билдәләп үтте. Улар бөгөн дә донъяларын сынъяһау итеп тота, йорт-ҡуралары төҙөк, ҡараулы, һәр ерҙә тәртип. Йәштәргә өлгө алыр кешеләр бар.
Юбилей кисәһенең иң матур өлөшө Башҡортостан Башлығы Р.Х. Хәмитов исеменән ҡотлау открыткаһы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырыу булды. Тыуған илебеҙ хаҡына ал-ял белмәй эшләгән өлкән быуын хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Республика етәкселегенең ошондай парҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмауы һөйөндөрә. Ә балаларҙың ҡотлауы байрам табынына уғата йәм өҫтәне. Ҡартайған көнөмдә терәк булырҙар тип үҫтергән мөхәббәт емештәренән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү ата-әсәгә оло бәхет.
Бер-береһенә йылы хистәрен һүндермәгән парға ҡарап һоҡланырлыҡ. Ҡотлауҙарҙан күңелдәре тулышҡан, бәхетле минуттар кисергән Наилә инәй менән Рәжәп олатай һәр ғаиләгә иҫәнлек-именлек, үҙҙәре кеүек һәр парҙың тигеҙ ҡартайыуын, балалар бәхете күреп йәшәүҙәрен теләне.
Читайте нас: