+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Август 2018, 19:23

Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе

Ошо көндәрҙә Шәмсетдинов Вәхит Зиннәт улы 80 йәшен билдәләй Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫеп, шунда ете класс тамамлағас, Дәүләкән ҡалаһындағы 3-сө мәктәптә уҡыуын дауам итә. Артабан һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын комбайнер ярҙамсыһы булып башлай. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, келәт мөдире итеп ҡуялар. Вәхит Зиннәт улы армияла иретп йәбештереүсе һөнәренә уҡып ҡайта, колхозда тәүге иретеп йәбештереүсе була.

Ошо көндәрҙә Шәмсетдинов Вәхит Зиннәт улы 80 йәшен билдәләй
Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫеп, шунда ете класс тамамлағас, Дәүләкән ҡалаһындағы 3-сө мәктәптә уҡыуын дауам итә. Артабан һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын комбайнер ярҙамсыһы булып башлай. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, келәт мөдире итеп ҡуялар. Вәхит Зиннәт улы армияла иретп йәбештереүсе һөнәренә уҡып ҡайта, колхозда тәүге иретеп йәбештереүсе була.
Биш ауылды берләштергән хужалыҡта йәш, инициативалы егетте комсомол ойошмаһы секратары итеп һайлайҙар. Шул уҡ йылдарҙа ул ситтән тороп физкультура техникумын тамамлай һәм 20 йыл мәктәптә физкультуранан уҡыта. Колхоз менән дә эшмәкәрлеген өҙмәй – партком секретары вазифаһын үтәй.
Партия бөтөрөлгәс, ул йылдарҙа район хакимиәте башлығы булған Марат Мөъмин улы Латипов Вәхит Зиннәт улын ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләй. Унда ике йыл эшләгәс, колхоз бүленә, Ҡаҙанғол һәм Иҫке Яппар ауылдары “Дим” колхозына берләшә, Яңы Яппар фермер хужалығына әйләнә. Исмәғил һәм Калиновка ауылдары ла фермер хужалығы була. Вәхит Зиннәт улына “Дим” колхозына етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар.
Ер улының фиҙакәр хеҙмәте Почет грамоталары менән билдәләнгән, ул – хеҙмәт ветераны. Бөгөн аҡһаҡал урындағы ветерандар ойошмаһын етәкләй. Өлкән быуын кешеләренең килеп тыуған мәсьәләләрен хәл итеүҙә уның өлөшө ҙур. Ҡатыны Ләйлә Шәйәхмәт ҡыҙы менән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек ул вафат булды) биш улға ғүмер биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Туғыҙ ейән-ейәнсәргә, туғыҙ бүлә-бүләсәргә яратҡан олатай, кәңшсе, ярҙамсы һәм терәк ул.
Вәхит Зиннәт улын матур юбилейы менән ҡотлап, уға таҙалыҡ, бәхет-шатлыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас: