Йәшеллеккә күмелеп ултырған йәйге ауылдың хозурлығын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Иртә таңдан ҡоштар һайрауына, һыҙылып ҡына алһыу таң атыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Һәр ауылдың үҙенә генә хас матур урындары бар. Халыҡ үҙ ҡулдары менән тергеҙгән Ҡыҙыл шишмә Айыухан ауылының ошондай хозур мөйөшөнә әйләнде.
Шишмә сылтырауын тыңлап, яр буйында ултырам, аҫта һыу урғылып сыҡҡан торба күренә. Мул ғына һыулы инеш эргәһенән тағы бер нисә бәләкәй шишмә аға. Ҡарашым менән ялан-ҡырҙарҙы, ауыл халҡының, ял итергә килеүселәрҙең яратҡан урынына әйләнгән Яҡтау тауының түбәһен байҡайым.
Айыуханда үҙ йортон ғына түгел, ә ауылдаштарының көнкүрешен дә йәмләргә теләгән тырыш, йүнсел кеше Әғзәм Мирғәзән улы Хәйруллин йәшәмәһә, был шишмәләр хаҡында белеүсе лә булмаҫ ине, бәлки. Тормош ҡороуҙарының беренсе көнөнән алып ире өсөн ҙур терәк һәм таяныс булған ҡатыны Нәфисә лә маҡтауға лайыҡ. Ауылдаштары уны ихласлығы, ярҙамсыллығы өсөн ярата һәм хөрмәт итә.
Әғзәм Хәйруллин ауылдаштарын туплап, зыяратты яңынан кәртәләү өсөн торбалар һатып ала, күрше өлкәләрҙән һәм ҡалаларҙан ғына түгел, хатта Исапаниянан да ҡунаҡтар ҡайтҡан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын, Раев ауылы мәктәбен тамамлаусы синыфташтарҙың осрашыуын, Еңеү көнөнә арналған сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша.
Раев һәм Айыухан ауылдары араһында шишмәле урындар барлығын күптәр белһә лә, уларҙы һаҡлау һәм төҙөкләндереү хаҡында бер кем дә уйланмай. Әғзәм Мирғәзән улы иһә был урынды кешеләр ял итергә, тәмле шишмә һыуынан ауыҙ итергә йыйылған ауылдың гүзәл бер мөйөшөнә әйләндерергә була.
Бына ул дәртләнеп эшкә тотона: шишмә ағып сыҡһын һәм уны бер кем дә бысрата алмаһын өсөн яраҡлы торба таба, һыу янына төшөргә уңайлы булһын өсөн баҫҡыстар яһай. Был изге эште күреп, ауылдаштары ла ҡушыла. Шишмә янын сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Мәҫәлән, ошо ауылда тыуып үҫкән Дамир Ильясов ваҡ таш килтертә.
Яр буйҙары тотош ҡыҙыл балсыҡтан торғас, халыҡ менән кәңәшләшеп, инеште Ҡыҙыл шишмә тип атайҙар. Был исем яҙылған таҡта алыҫтан уҡ күренеп, үҙенә саҡырып тора. Территория әлегә кәртәләнмәгән, әммә был мәсьәлә лә оҙаҡламай хәл ителер.
Шишмәне асыу ваҡиғаһы айҡанлы бында сауҙа, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ойошторолдо. Байрам бик күңелле үтте! Йырсыларҙың, баянсыларҙың, Айыухан һәм Раев ауылдарында йәшәүселәрҙең сығыштары, төрлө уйындар, асыҡ һауала сәк-сәк һәм бал менән самауыр сәйе эсеү һәр кемдең күңеленә хуш килде. Шишмәне асыуҙа Дәүләкән мәсете имам-хатибы Рәфис хәҙрәт ҡатнашты (һүрәттә уңдан икенсе).
Айырыуса балалар шат ине, был көн сағыу байрам кеүек кенә түгел, ә туған тәбиғәтте һаҡларға кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөргән ваҡиға булараҡ та уларҙың хәтерендә ҡалды.
Хәйруллиндар ғаиләһе айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ, әлбиттә. Уларҙың күңел байлығы, ауылдың киләсәге, уның таҙалығы хаҡында хәстәрлек күреүе, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашы маҡтауға лайыҡ.
Әғзәм Хәйруллин Айыухан ауылында тыл геройҙары һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу уйы барлығын да белдерҙе.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә был изге ғәмәлде башҡарып сығырға мөмкинселек юҡ. «Ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеге ғүмерлеккә ҡалыр һәм йәш быуын уларҙың исемдәрен онотмаҫ ине, - ти әңгәмәләшем. – Улар үҙ иленең, еренең, ауылының патриоты булып үҫәсәк, шундай ҙур ваҡиғаларға ҡағылышы булған кешләрҙең иҫтәлегенә тоғро ҡаласаҡ». Айыухан ауылында йәшәүселәр, ошо ерҙә тыуып үҫкән кешеләр уның был идеяһын хуплар һәм проектты тормошҡа ашырыу юлын табыр, тип ышанам.
Тормошто яратҡан, уны йәмләргә тырышҡан, хәстәрлекле, тырыш кешеләр булғанда ауылдар ҙа йәшәр, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы булыр.