+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Август 2018, 11:44

Уртаҡ уйҙар аныҡ эштәргә әйләнә

Ауыл биләмәләрен үҫтереү, ауылдарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу, граждандар әүҙемлеге бөгөнгө замандың көнүҙәк темаларының береһе булып тора. Район гәзите редакцияһы быға тиклем дә «Нисек йәшәйһең, ауыл?» тигән темаға арналған мәҡәләләр баҫтырғайны һәм уны яҡтыртыуын дауам итә. Бөгөн уҡыусылар иғтибарына Суйынсы ауыл Советы ауыл биләмәһенән әҙерләнгән материал тәҡдим итәбеҙ.

Ауыл биләмәләрен үҫтереү, ауылдарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу, граждандар әүҙемлеге бөгөнгө замандың көнүҙәк темаларының береһе булып тора. Район гәзите редакцияһы быға тиклем дә «Нисек йәшәйһең, ауыл?» тигән темаға арналған мәҡәләләр баҫтырғайны һәм уны яҡтыртыуын дауам итә. Бөгөн уҡыусылар иғтибарына Суйынсы ауыл Советы ауыл биләмәһенән әҙерләнгән материал тәҡдим итәбеҙ.
Рәүф Әнүәр улы Сәфәрйәнов Суйынсы ауыл Советы ауыл биләмәһен 16 йыл етәкләй. Мөләйем, башҡаларға ихлас мөнәсәбәттә булған был кеше тормошҡа зарланырға яратмай, килеп тыуған мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә күнеккән. Ә улар һәр эштә лә етерлек, тик түҙемлек, иғтибарлылыҡ һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Рәүф Әнүәр улы бөтә был сифаттарға эйә.
«Ошо йылдар эсендә ауыл тормошонда нимәләр үҙгәрҙе?» - тигән һорауға, уйлана биреп торғас: «Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ барып күрегеҙ», - тип яуапланы ул.
Граждандар башланғыстары яҡлау таба
Биләмәлә йәшәүселәрҙең фекеренсә, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, уларҙың иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеү мөмкинлеге бар. Һуңғы йылдарҙа тораҡ пункттарҙа мөһим объекттар сафҡа индерелгән, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр ремонтланған, юлдар тәртипкә килтерелгән, балалар майҙансыҡтары булдырылған һәм урам яҡтыртҡыстары ҡуйылған.
Шулай ҙа һыу менән тәьмин итеү төп мәсьәләләрҙең береһе була. Суйынсы ауылы старостаһы Миневәли Минеғәли улы, 2017 йылдың декабрендә дөйөм йыйылышта сығыш яһап, иҫке һыу һурҙырғыс башняны алмаштырыу төп мәсьәлә тип билдәләй. Халыҡ уны бер тауыштан хуплай һәм ошо эшкә һәр йорттан 500 һум аҡса йыйырға тигән ҡарарға килә.
Йыйылышҡа килеүселәрҙең барыһы ла ошо проект өсөн тауыш бирә. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ғаяз Баязит улы Ғабдрахманов матди ярҙамдан тыш, техника ла бүлә.
Республика, шулай уҡ район властарының ярҙамын күреп, тотош ауыл менән шәмбе өмәләренә сығалар.
«Имен томошта йәшәйбеҙ»
Был – Суйынсы ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 92 йәшлек Мөҙәрис Ғәббәс улы Ишмәтовтың һүҙҙәре.
... Ҡатыны Миңзифа Ғаяз ҡыҙы менән өйҙәренә саҡырҙылар. Әммә беҙ ашыҡманыҡ: шау сәскәгә күмелеп ултырған ихатаға ҡарап, оҙаҡ һоҡланып торҙоҡ. Бында һәр ерҙә тәртип, баҡса ҡараулы. Ышанмаҫһығыҙ – өҫтәлдә гәзиттәр өйөлгән. Башҡалар араһынан район гәзитен эҙләп табабыҙ. Уҡыу – был парҙың яратҡан шөғөлө икән, ә Мөҙәрис Ғәббәс улы «Балҡантау»ҙы башҡаларҙан өҫтөн күреүен һөйләне, сөнки район яңылыҡтары менән ул тап ошо гәзит аша таныша.
- Ике йыл элек беҙ уларҙы бергә йәшәүҙәренең 65 йыллығы менән ҡотланыҡ. Улар бөгөн дә элеккесә мөләйем, ихлас һәм изге күңелле кешеләр, - тип һөйләй ауыл биләмәһе башлығы Р.Ә. Сәфәрйәнов.
Юлда беҙ үтеп киткән ҡоҙоҡто ла йәш сағында Мөҙәрис Ғәббәс улының ҡаҙыуы хаҡында һөйләне ул. Бөгөн уны төҙөкләндергәндәр, кәртәләп алғандар, хәҙер иһә һәр кем уның саф, тәмле һыуынан ауыҙ итә ала.
Әммә бында йәшәүселәр Суйынсы ауылындағы шишмә менән айырыуса ғорурлана. «Шишмәләр» дәүләт программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән инеш, халыҡты таҙа тәбиғи һыу менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡ.
Социаль хеҙмәткәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер
Зилә Егетбай ҡыҙы Мөхәмәҙиеваны ауыл биләмәһе бинаһында осраттыҡ. Ул көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хакимиәткә килгәйне. Уның бурыстары бик күп: аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ һатып алыу, һыу килтереү, өй йыйыштырыу, ризыҡ әҙерләргә ярҙам итеү, дарыуҙар артынан барыу... Былар – социаль хеҙмәткәрҙең төп бурыстары. Эш көнө иртәнге һигеҙҙә башлана ла, киске бишкә тиклем дауам итә. Әммә Зилә Егетбай ҡыҙы бер үтенесте лә яуапһыҙ ҡалдырмай, шунлыҡтан эш ваҡыты үткәс тә, ял көндәрендә лә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер.
«Эшебеҙҙә иң мөһиме – кешеләргә һәйбәт мөнәсәбәттә булыу, - ти ул. – Оло кешеләр янына яҡшы кәйеф менән барырға кәрәк, сөнки күптәргә аралашыу, ҡайғы-шатлыҡтары менән уртаҡлашыу етмәй. Миңә лә ҡайһы саҡта ҙур тормош юлы үткән инәй-олатайҙарҙың аҡыллы кәңәштәре кәрәк».
Мөҙәрис Ғәббәс улы һәм Миңзифа Ғаяз ҡыҙы Ишмәтовтар менән эшләүе өсөн дә ғорурлана ул.
З.Е. Мөхәмәҙиева буш ваҡытын ғаиләһенә бағышлай. 30 йылдан ашыу механизатор булып эшләгән тормош иптәше Илшат Мәхмүт улы менән ике ул үҫтерәләр. Өлкәне Радмир ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, кесе улдары Руслан атаһының ярҙамсыһы.
Элекке шәфҡәт туташының социаль хеҙмәткәр булып эшләй башлауына ла 11 йыл үтеп киткән. «Һөнәремде бик яратам», - ти ул бөгөн ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Бына шундай тырыш, әүҙем, ярҙамсыл, һәр мәсьәләне бергәләп хәл итергә әҙер булған кешеләр йәшәй Суйынсы ауыл
Советында.
Читайте нас: