+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2018, 10:50

Яңы уҡыу йылы алдынан

Мәғариф системаһының бөтә звенолары педагогтары өсөн йәйҙең һуңғы көндәрендә үткәрелгән ғәҙәттәге кәңәшмә мөһим сара булып тора. Унда үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһала, ҡаҙаныштар билдәләнә, алдағы уҡыу йылына бурыстар ҡуйыла, үҫеш стратегияһы ҡарала.Йылы август көнөндә район Мәҙәниәт йортона үҙенең тормошон үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә арнаған кешеләр, педагогик хеҙмәт ветерандары, идаралыҡтар начальникатары, район хакимиәте бүлектәре һәм хеҙмәттәре етәкселәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, предприятиелар һәм бөтә милек формаһындағы хужалыҡтар етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре, ҡунаҡтар йыйылды.

Мәғариф системаһының бөтә звенолары педагогтары өсөн йәйҙең һуңғы көндәрендә үткәрелгән ғәҙәттәге кәңәшмә мөһим сара булып тора. Унда үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһала, ҡаҙаныштар билдәләнә, алдағы уҡыу йылына бурыстар ҡуйыла, үҫеш стратегияһы ҡарала.
Йылы август көнөндә район Мәҙәниәт йортона үҙенең тормошон үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә арнаған кешеләр, педагогик хеҙмәт ветерандары, идаралыҡтар начальникатары, район хакимиәте бүлектәре һәм хеҙмәттәре етәкселәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, предприятиелар һәм бөтә милек формаһындағы хужалыҡтар етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре, ҡунаҡтар йыйылды.
2018 йылдың 1 сентябрендә ҡала һәм район мәктәптәре парталары артына биш меңгә яҡын уҡыусы ултырасаҡ, уларҙың 500-ө беренсе класҡа килә. Уңыштары һәм проблемалары, мауыҡтырғыс дәрестәре һәм күңелле кластан тыш саралары менән мәктәп тормошо башланасаҡ. Уҡытыусы һөнәре элек-электән абруйлы. Медицина хеҙмәткәрҙәренә кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелһә, уҡытыусы балаларҙың күңел торошо өсөн яуап бирә. Шуға мәғариф системаһының эшмәкәрлеге ошо өлкәлә эшләгән белгестәрҙең дә, йәмәғәтселектең дә даими күҙәтеүе аҫтында. Быйылғы кәңәшмәнең темаһы ла “Муниципаль белем биреү системаһының төп стратегик йүнәлештәр сиктәрендә үҫеше: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар” тип аталды.
Сара кәңәшмә ҡунаҡтарының һәм йыйылыусыларҙың район Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында дөйөм белем биреү учреждениеларының иң яҡшы педагогтарының эштәре күрһәтелгән күргәҙмәнән башланды. Артабан талғын ғына көй аҫтында тамашасылар залы сәхнәһенә уҡытыусылар, балалр сыҡты, улар залдағыларҙы ихлас сәләмләне.
Йыйылыусыларға Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы Мөхәмәтәйнов мөрәжәғәт итте. Үҙенең сығышында ул райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, ҡала һәм райондың матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән урындағы, шулай уҡ республика программалары тураһында ентекле һөйләне. Демографик хәлде яҡшыртыу, йәш белгестәрҙе ауыл еренә эшкә ҡайтарыу, ирекмәндәр хәрәкәтен йәйелдереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманы сығыш яһаусы. Педагогик хеҙмәт ветерандары исеменә күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Илгиз Фәнил улы педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла яңы уҡыу йылында уңыштар, еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар теләне.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменән кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм административ органдар менән хеҙмәттәшлек итеү департаменты директоры Александр Павлович Никерин сәләмләне. Ул һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, шулай уҡ республика мәғариф системаһы алдында торған бурыстар менән таныштырып үтте.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Лилиә Хәбибулла ҡыҙы Хәбибуллина заманса шарттарҙа мәғариф өлкәһендә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә туҡталды.
Беҙҙең райондың мәғариф системаһын, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын камиллаштырыу, педагогтарҙың һөнәри кимәлен күтәреү, йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, һәр уҡыусының һәләтен һәм талантын тулыһынса асыу өсөн инновацион уҡытыу ысулдарын индереү – Дәүләкән районы муниципаль районының мәғариф идаралығы начальнигы Наталья Викторовна Кузовованың доклады ошо мәсьәләләргә арналды.
Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең август кәңәшмәһе эшлекле осрашыу ғына түгел, ҙуо ваҡиға – яңы уҡыу йылы алдынан үҙенсәлекле байрам да. Шуға был көндө үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә күп көс биргән педагогик хеҙмәт ветерандарын тәбрикләү тантанаһы лә үтә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн хакимиәт башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов ҡулынан уларға Рәхмәт хаттары һәм сәскә гөлләмәһе тапшырылды.
Бай һөнәри тәжрибәгә эйә булған, балаларҙы ихлас яратҡан, үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән мәғариф системаһындағы иң яҡшы белгестәр Дәүләкән районы муниципаль район Советының, мәғариф идаралығының Почет грамоталары менән билдәләнде.
Август кәңәшмәһенең тағы ла бер матур өлөшө – йәш белегестәрҙе тәҡдим итеү. Тәжрибәле остаздарына таянып, улар юғары уҡыу йорттарында алынған белемдәрен ғәмәлдә ҡулланаасаҡ, белем биреү серҙәренә төшөнәсәк. Быйыл беҙҙең райондың уҡытыусылар сафын республиканың төрлө юғары уҡыу йорттарын тамамлаған ете йәш белгес тулыландырҙы, улар: Лилиә Мурзина, Алена Сунчалина, Гөлиә Хәйретдинова, Злата Швецова, Анна Елисеева, Алена Курбатова, Мария Полякова. Үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлеген улар 3-сө башҡорт гимназия-интернатында, 4-се лицейҙа, 7-се урта мәктәптә, 12-се балалар баҡсаһында, “Самбо-75” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, Рассвет һәм Ивановка ауылдары мәктәптәрендә башлаясаҡ.
Артабан сәхнә түре йәш таланттарға бирелде. Балалар ижады йортоноң “Феликс” берекмәһендә ҡатнашыусылар, 5-се гимназия уҡыусыһы Гөлүзә Әхмәҙиева, 4-се лицейҙың мода түңәрәге ағзалары, “Дим ҡарлуғастары” бейеү ансамбле, 7-се урта мәктәптең йәш гимнастары, 5-се балалар баҡсаһынан Таисия Боеваның сығыштары тамашасыларға һоҡланыу һәм күңелле ял минуттары бүләк итте, киң күләмле, әһәмиәтле сараның тамамлаусы өлөшө булды.
Читайте нас: