-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2018, 11:57

Һәр миҙгелгә ҡыуанып йәшәй

Бер ыуатҡа яҡын ғүмерҙе ваҡлағанда ла кеше шул тиклем әүҙем, тормошто яртыусан, ҡыҙыҡһыныусан була алалыр тип уйламай инем бер ҙә. Ә бит улар һуғыш осоро балалары, аслыҡ-яланғысылыҡты күреп, нығынып та бөтмәгән килеш ул замандың бар ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәргән быуын вәкилдәре.

Бер ыуатҡа яҡын ғүмерҙе ваҡлағанда ла кеше шул тиклем әүҙем, тормошто яртыусан, ҡыҙыҡһыныусан була алалыр тип уйламай инем бер ҙә. Ә бит улар һуғыш осоро балалары, аслыҡ-яланғысылыҡты күреп, нығынып та бөтмәгән килеш ул замандың бар ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәргән быуын вәкилдәре. Һуғыштан һуң да тормош еңел булмаған, ауыл-ҡалаларҙы емереклектән тергеҙергә, тормошто яйға һалырға кәрәк булған. Буранғол ауылында йәшәгән, ошо сыуаҡ көҙ көндәрендә үҙенең 90 йәшенә аяҡ баҫҡан Миниямал Миңлегәрәй ҡыҙы Дәүләтбаева тап шундай кешеләрҙең береһе.
Мине яҙмыш Ямал апа (ауылда уны яратып барыбыҙ ҙа шулай тип йөрөтәбеҙ) менән 1984 йылда осраштырҙы. Ҡулыма диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Дәүләкән районына ебәрҙеләр. Үҙемдең тыуған яғым - Күгәрсен районы. Сит яҡ, берәүҙе лә белмәйем. Аҡыллы, тәжрибәле остазым - Ямал апайға сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул мине һөнәремдең нескәлектәренә өйрәтеп кенә ҡалманы, тормош серҙәренә төшөнөргә лә ярҙам итте, унан күп кәңәштәр алдым, уның өлгөһөнә эйәреп эш иттем.
Миниямал Миңлегәрәй ҡыҙы оҙаҡ йылдар Буранғол башланғыс мәктәбендә уҡытыусы була, һуңыраҡ етәксе вазифаһын биләй. Йоҡоһоҙ төндәре, тынғыһыҙ көндәре, ғаилә мәшәҡәттәре, йәмәғәт эше менән ғүмерҙең үткәне лә һиҙелмәй ҡала. 90-ға ла етелгән икән, баҡтиһәң...
Алсаҡ, ҡунаҡсыл хужабикәнең йортонан кеше өҙөлмәй. Ағинәй бөгөн дин юлында. Дини байрамдарҙа, урындағы мәктәптә, ауылда үткәрелгән төрлө сараларҙа ул хөрмәтле ҡунаҡтарҙың береһе. Кәрәк икән, йырлап та ебәрә, кәрәк икән, шиғырын да уҡый. Үҙ балаларына ғына түгел, барлыҡ ауылдаштарына изге теләктә, барыһына ла өгөт-нәсихәттәрен бирә, доғаларынан өҙмәй. Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған инәй менән аралашыуы үҙе бер ғүмергә тиң.
- Балалар, татыу, сабыр булығыҙ, эштән ҡурҡмағыҙ, - ти ул.
Уның теләктәренең ҡабул булыуын, арабыҙҙа әле тағы оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.
Читайте нас: