+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2018, 12:06

Тирә-яҡ таҙарып ҡалды

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһына ярашлы сентябрҙең бер шәмбеһендә ҡалала һәм районда экология акцияһы үтте. Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙе тәбиғәт объекттарын көнкүреш сүп-сарынан һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан таҙартыу өсөн бер командаға туплау маҡсатында ойошторолған күләмле проект дөйөм йортобоҙҙа дөйөм көс менән тәртип булдырыуға булышлыҡ итте.

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһына ярашлы сентябрҙең бер шәмбеһендә ҡалала һәм районда экология акцияһы үтте. Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙе тәбиғәт объекттарын көнкүреш сүп-сарынан һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан таҙартыу өсөн бер командаға туплау маҡсатында ойошторолған күләмле проект дөйөм йортобоҙҙа дөйөм көс менән тәртип булдырыуға булышлыҡ итте.
Дәүләкәндә скверҙар һәм парктар, шишмәләр күп, Дим буйҙары ғына ла ни тора! Димгә барып ҡойғансы Мораҙым йылғаһы ҡала буйлап ағып килә. Йыйыштырыу өсөн тап ошо йылғаның һайланыуы осраҡлы түгел ине.
Иртәнге сәғәт унға Энгельс урамына халыҡ күп йыйылды. Хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ирекмәндәр, ҡала халҡы ҡулдарына кәрәкле эш ҡоралдары, балта-бысҡылар тотоп Мораҙым йылғаһы буйына килде. Бер аҙҙан Мораҙым буйы бысҡы тауыштарына күмелде. Акцияла ҡатнашыусылар ҡый үләндәрен, ҡырҡылған ағас-ҡыуаҡтарҙы машинаға тейәп сүп-сар түгеү урынына оҙатыу өсөн уларҙы асыҡ ергә ташыны. Был ауыр эште нигеҙҙә ир-егеттәр башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙар йылға ярҙарын таҙартты, сүп-сарҙы тоҡтарға йыя барҙы. Сүп-сар күп ине, шуға тоҡтар буш шешәләр, төрлө ҡаптар, иҫке полиэтилен тоҡсайҙар, башҡа ҡалдыҡтар менән тулып ҡына торҙо. Ошо айҡанлы шуны әйтәһем килә, бында сүп-сар үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Ҡый үләндәре, ярай, тәбиғәт күренеше, уны ла ваҡытында ҡарап, йолҡоп торорға була, ә бына буш шешәләр, банкалар һәм башҡалар кеше ҡулдарының эше. Ҡайһы бер кешеләр үҙ ҡылығы өсөн яуаплылыҡ тоймай әле. Улар йылғаға, йылға ярҙарына, аҡландарға сүп-сар түгеүҙе бер ни тип тә белмәй. Был, әлбиттә, ял итеү урындарын биҙәмәй. Саф һауа, таҙа һыу, матурлыҡ һәм гүзәллек бүләк иткән тәбиғәтебеҙгә шундай кире ҡараш иң элек үҙ-үҙебеҙҙе хөрмәт итмәү билдәһе. Мәҙәниәтле, тәрбиәле кеше үҙе йәшәгән ерҙе бысратмай. Беҙ ҡала фатирҙарында һәм йорттарҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла йәшәйбеҙ. Йәшәгән еребеҙҙең санитар торошо буйынса унда йәшәүселәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Бында беҙҙең балаларыбыҙ үҫә, улар шәхси өлгөнө үҙҙәренә ҡабул итеүсән. Тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы һәм төҙөклөгө тураһында хәстәрлек күреп, беҙ балаларыбыҙға өлгө күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, донъяны матурыраҡ һәм яҡшыраҡ итәбеҙ.
Тәртип булдырыусылар буйынса энтузиастарҙың бер нисә сәғәт эшләүе Мораҙым йылғаһы ярҙарын һәм үҙәнен таҙартыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итмәне, әлбиттә, әммә ярайһы матурланып ҡалды. Сүп-сарҙан, юлын быуып ятҡан ағастарҙан таҙартҡандан һуң инеш үҙенә ярҙамға килгән кешеләргә рәхмәт уҡығандай, күңеллерәк сылтырай башлаған һымаҡ тойолдо.
Был көндө Дим йылғаһы ярҙарын, Чкалов урамындағы законһыҙ сүп-сар түгеү урынын, “Ҡояшлы” паркын йыйыштырыуҙа ҡатнашыусылар ҙа тырышып эшләне. Акцияла 777 кеше ҡатнашты, 145 кубометр сүп-сар йыйылды.
Ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә күләмле саранан ситтә ҡалманы. Район ауылдарын уратып алған хозур тәбиғәтебеҙ ҙә ярҙамға һәм һаҡсыл мөнәсәбәткә мохтаж. Бер нисә йыл элек Көрмәнкәй ауылы эргәһендә 1,5 гектар майҙанды биләгән элекке сүп-сар түгеү урыны тирә-яҡ күренешен боҙоп тора ине. Ул инде бер нисә йыл элек ябылды. Әммә ҡалған сүп-сар тирә-яҡҡа таралып, йәмһеҙ күренеш барлыҡҡа килтерҙе. Өҫтәүенә ҡайһы бер кешеләр унда көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеүен дауам итте. Акция сиктәрендә ауыл активистары Рима Рәхимова, Мөҙәрис Хәкимов, Илфат Вәлиев, Евгений һәм Альбина Нестеренко, Айтуған Булатов, Рәил Иҫәнғужин, Рәфис Сәлихов, Суфия Арыҫланова, Хәләф Әсфәндийәров шәхси эшҡыуар крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Хөснөтдинов тарафынан бирелгән транспортҡа йыйылған барлыҡ сүп-сарҙы тейәне. Киләсәктә улар ҡый үләндәрен сабып, ошо территорияны төҙөкләндерергә уйлай.
- Күтәренке кәйеф менән эшләнек, - тинеләр көрмәнкәйҙәр. – Ауылыбыҙ күркәм булһа үҙебеҙгә яҡшыраҡ бит. Ошондай акцияларҙа күберәк кеше ҡатнашыуын теләйбеҙ. Беҙҙә тырыш, намыҫлы кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, ирле-ҡатынлы Ғүмәр һәм Әлфиә Ғүмәровтар урындағы зыяратты ҡарап, тәрбиәләп тора.
Соколовка ауылы Дим йылғаһы яры буйына ултырған. Акцияла ҡатнашыусыларҙың төп бурысы ике километрҙан ашыу оҙонлоҡта йылға ярын таҙартыу ине. Был иҫке күперҙән ауылға тиклемге ара. Соколовкалар ял итеүселәр ташлап ҡалдырған көнкүреш ҡалдыҡтарын таҙартты. Тәбиғәттә ял иткәндән һуң үҙең артынан йыйыштырып китергә кәрәклеген башланғыс класс уҡыусылары ла белә. Әммә үҙеңде тәбиғәттә тотоу ҡағиҙәләре өлкәндәр яғынан бөтөнләй күҙәтелмәй. Улар дөйөм ял урындарында буш шешәләр, аҙыҡ-түлек ҡаптары, башҡа сүп-сар ҡалдырып китә, шуның менән үҙенең тәрбиә кимәлен күрһәтә.
Таҙалыҡ көнөндә тағы ла бер мөһим объект Асылыкүл булды. Уның ярҙары ла ял итеүселәрҙең вайымһыҙлығынан “яфалана”. Яҡын ауылдарҙа йәшәүселәр, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре Асылыкүл ярында тәртип булдырҙы. “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Дәүләкән филиалы хеҙмәткәрҙәре өсөн экология акцияларында ҡатнашыу – күптәнге йола. Шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар менән бергәләп улар ҙур территорияла йәй буйы өйөлгән сүп-сарҙы йыйҙы.
Акция сиктәрендә бөтә ауылдарҙа ҙур эш башҡарылды. Ҡайҙалыр зыяратты тәртипкә килтерҙеләр, ҡайҙалыр законһыҙ сүп түгеү урындарын йыйыштырҙылар, тәбиғәт сығанаҡтары, йылғалар, шишмә, быуа буйҙарын таҙарттылар, балалар майҙансыҡтарындағы ҡый үләндәрен саптылар. Был көндө ауыл биләмләрендә йәмәғәт эшенә 1600-ҙән ашыу кеше йәлеп ителде, 290 куб.метр сүп-сар йыйылды.
Акцияның “Эшләйбеҙ!” тигән саҡырыуына ҡушылып, беҙҙең ҡалала һәм районда йәшәүселәр ысынлап та ҙур һәм мөһим эш башҡарҙы.
Читайте нас: