-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2018, 11:27

Алтын эшсе ҡулдар

Автоматлаштырыу, роботтар индереү ни тиклем генә таралмаһын, предприятиела эшсе ҡулдар һәр саҡ кәрәк. Станоктарҙа һәм автоматтарҙа кешеләр хеҙмәт һала, эштең уңышлы башҡарылыуы тап уларға бәйле. Шуға ла тилбер ҡулдарҙы алтынға тиңләүҙәре юҡҡа түгел

Автоматлаштырыу, роботтар индереү ни тиклем генә таралмаһын, предприятиела эшсе ҡулдар һәр саҡ кәрәк. Станоктарҙа һәм автоматтарҙа кешеләр хеҙмәт һала, эштең уңышлы башҡарылыуы тап уларға бәйле. Шуға ла тилбер ҡулдарҙы алтынға тиңләүҙәре юҡҡа түгел
Ришат Зәйнулла улы Ғабдуллин Рязань торба заводының айырымланған подразделениеһында беренсе йыл ғына эшләмәй. Үҙенең намыҫлы хеҙмәте, яуаплылығы менән ул иптәштәре араһында хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған.
Цилиндр формаһындағы вал - прокатлау станының төп компонеттарының береһе, уға һиҙелерлек ауырлыҡ төшә. Даими файҙаланыу һөҙөмтәһендә, 600-800 тонна самаһы продукция етештергәндән һуң, улар туҙа һәм торбаның сифатына кире йоғонто яһай. Брак булмаһын өсөн деталдәрҙе механик мастерскойға ебәрәләр, бында улар Ришат Зәйнулла улының оҫта ҡулдарына эләгә. Үҙенең токарь станогында ул был деталдәрҙе кәрәгенсә эшләп, тейешле параметрҙарға еткереп ҡуя. Был эште яҡшы итеп башҡарыр өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк, әлбиттә. Р.З.Ғабдуллинға бөтә ошо сифаттар хас.
Уның менән бергә механик мастерскойҙа слесарь – үткерләүсе Флорид Рәмил улы Ғәлләмов эшләй. Уның бурысы – станда торба ҡырҡыу өсөн бысҡыларҙы үткерләү. Был эш еңелдән түгел. Торбаларҙың тигеҙ, сифатлы итеп ҡырҡылыуы бысҡының үткерлегенә бәйле. Тейешенсә, дөрөҫ итеп үткерләнгән бысҡы оҙаҡ хеҙмәт итә, ике тоннаға яҡын продукция ебәрергә һәләтле. Ә насар әҙерләнгән ҡорал тиҙ сафтан сыға, был иһә эш процесын туҡтата, етештереүсәнлекте кәметә, икенсе сортлы продукцияның артыуына килтерә. Һөҙөмтәлә предприятиеның килеме юғала. Күреүегеҙсә, етештереү сылбырындағы бәләкәй генә операция бөтә эш барышына йоғонто яһай. Флорид Рәмил улы предприятиела дүрт йыл эшләү осоронда үҙ эшен нескәлектәренә тиклем төшөнгән, иптәштәренең ышанысын яулаған. Бынан тыш, ул торба стандарын комплектлау менән дә шөғөлләнә, йөкмәтелгән бурысты ваҡытында үтәй.
Читайте нас: