-28 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2018, 11:22

Күңелде тартып тора

Ауыл ерендә почта бүлексәһе һәр саҡ үҙенә саҡырып, әйҙәп тора. Бында гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Әйткәндәй, район гәзитенең даими подписчиктары булып тап ауыл халҡы тора, шуға уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый, иҫтәлекле һәм әһәмиәтле ваҡиғалар тураһында беҙгә хаттар яҙа.

Ауыл ерендә почта бүлексәһе һәр саҡ үҙенә саҡырып, әйҙәп тора. Бында гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Әйткәндәй, район гәзитенең даими подписчиктары булып тап ауыл халҡы тора, шуға уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый, иҫтәлекле һәм әһәмиәтле ваҡиғалар тураһында беҙгә хаттар яҙа. Күптәр, айырыуса пенсия йәшендәге кешеләр өсөн, район гәзите урындағы яңылыҡтар менән таныштырған берҙән-бер матбуғат баҫмаһы. Шуға хәбәрселәребеҙ үҙҙәренең яҙмаларында ҡала һәм район тормошон күберәк сағылдырырға тырыша. Ә подписчиктарыбыҙға был мәғлүмәттәрҙе почта хеҙмәткәрҙәре еткерә. Ҡарына, ямғырына, һыуыҡҡа һәм ҡар-буранға ҡарамайынса, почтальондар матбуғат баҫмаларын, хаттарҙы адресаттарға алып барып еткерә, ауылдаштарына йылы һүҙҙәрен йәлләмәй.
- Беҙҙең эштә кеше факторы мөһим, һәр клиенттың күңеленә юл таба белергә кәрәк, - ти Вперед ауылы почта бүлексәһе начальнигы Татьяна Ғәлиева. – Почта хеҙмәткәре мөләйем, изге күңелле, яуаплы, хөрмәт ҡаҙанған кеше булырға тейеш. Шуға беҙҙә осраҡлы кешеләр юҡ, ундайҙар оҙаҡ эшләй ҙә алмай. Беҙҙең почта бүлексәһендә үҙ һөнәренә бирелгән почтальондар Гөлсинә Ғафарова менән Наталья Полякова эшләй. Натальяның хеҙмәт стажы - сирек быуат. Ул арабыҙҙа иң тәжрибәле һәм ышаныслы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Был почтальондар Вперед, Дружба, Яңы Яппар ауылдарын хеҙмәтләндерә, абоненттар һаны 1,5 мең кешенән ашыу. Хәстәрлектәр етерлек, корреспонденция, иҫәп ҡағыҙҙары таратырға кәрәк, бынан тыш почтальондарҙың сумкаһында көндәлек тауарҙар ҙа етерлек. Күп өлкән йәштәге кешеләр өсөн бындай хеҙмәт өҫтәмә уңайлыҡ, магазинға барырға, сиратта торорға кәрәкмәй.
Почта бүлексәһенең үҙендә лә көндәлек һорау менән файҙаланған тауар, баҫма продукция һатып алырға, тағы ла коммуналь хеҙмәттәргә түләргә, бандероль, посылка ебәрергә, аралашырға, илдәге яңылыҡтарҙы белергә мөмкин. Әгәр кешеләр элегерәк һыу юлында йышыраҡ осрашһа, хәҙер был функция почта бүлексәһенә күсте. Бында көнөнә 150-гә яҡын кеше килә һәм һәр береһенә ваҡыт, иғтибар бүленә.
Читайте нас в