-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2018, 12:21

Бүләк алып ҡыуандылар

Республикала иғлан ителгән подписка ун көнлөгөнә ярашлы, ҡала һәм райондың бөтә почта бүлексәләрендә Подписчик көнө үттеРеставрациянан һәм капиталь ремонттан һуң үҙәк почта бинаһы килеүселәрҙе заманса стилдәге интерьер, матур хеҙмәтләндереү залы, реклама стендтары, иркенлеге менән ҡыуандыра. Ташламалы хаҡтар буйынса яратҡан баҫмаларына яҙылырға килеүселәрҙе Раиса Сергеевна Дубовик йылмайып ҡаршылай, квитанция тултырырға, теге йәки был гәзит-журналды һайларға ярҙам итә, әүҙем подписчиктарға ҙур булмаған бүләктәр тапшыра.

Республикала иғлан ителгән подписка ун көнлөгөнә ярашлы, ҡала һәм райондың бөтә почта бүлексәләрендә Подписчик көнө үтте
Реставрациянан һәм капиталь ремонттан һуң үҙәк почта бинаһы килеүселәрҙе заманса стилдәге интерьер, матур хеҙмәтләндереү залы, реклама стендтары, иркенлеге менән ҡыуандыра. Ташламалы хаҡтар буйынса яратҡан баҫмаларына яҙылырға килеүселәрҙе Раиса Сергеевна Дубовик йылмайып ҡаршылай, квитанция тултырырға, теге йәки был гәзит-журналды һайларға ярҙам итә, әүҙем подписчиктарға ҙур булмаған бүләктәр тапшыра.
Район гәзите редакцияһы ла даими подписчиктары өсөн иҫтәлекле бүләк- төҫлө календарҙар әҙерләне. Подписчик көнөндә үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙ менән осрашыу, уларҙан баҫма тураһында фекерҙәрен белеү, киләсәктә “районка”ны ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн теләктәрен ишетеү матур йолаға әүерелде.
Дариға Ислам ҡыҙы Ситева оҙаҡ йылдар 1-се кирбес заводында диспетчер булып эшләгән. Хаҡлы ялдағы ветеран әүҙем тормош алып бара.
- Тәбиғәтте бик яратам, - ти ул,- урманға бәшмәккә, еләккә йөрөргә яратам. Тәбиғәттең гүзәллеге тәнгә рәхәт һәм сихәт бирә. Районка менән күптән танышмын. Күп йылдар алдырып уҡыйым. Район, уның халҡы тураһында тап уның биттәренән уҡып беләм. Күршеләр менән дуҫ йәшәйбеҙ, бергәләп йыйылғанда гәзиттә яҙылған мәҡәләләр тураһында ла һөйләшеп алабыҙ. Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар, производствола, ауыл хужалығында эшләгән кешеләр тураһында күберәк уҡыйһы килә.
Даими подписчигыбыҙ Рәйфә Минеғужа ҡыҙы Солтанғолова матбуғат баҫмаларына яҙылмайынса ҡалғаны юҡ. Балалар журналдарына ла һәр саҡ яҙыла.
- Был ейәнсәрҙәремә бүләк, - ти өләсәй. – Уҡыһындар, белһендәр. Хаҡтар артыҡ тешләшмәһен өсөн ун көнлөктәрҙә яҙылып ҡалырға тырышам, бүләк алыуы ла рәхәт. Район гәзитен ентекле уҡыйым. Уның хеҙмәткәрҙәренә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, яңынан-яңы уңыштар теләйем. Беҙҙе уҡымлы мәҡәләләре менән ҡыуандырып торһондар.
4 октябрҙән 14-нә тиклем “Асылыкүл”-“Балҡантау” гәзитенә ярты йылға яҙылыусылар подписка квитанцияһы күсермәһен редакцияға килтереп, бүләктәр ота алды.
Читайте нас: