1976 йылда, Советтар Союзы осоронда, Автомобилистар көнөн байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыла. Был көн бөгөн дә байрам ителә. РФ Президенты В.В. Путин 2012 йылда Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Быйыл автомобилистарҙың һөнәри байрамы 42-се тапҡыр билдәләнә.
Беҙҙең ҡалала ла ҙур ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт вәкилдәре күп. Минеңсә, водителдәр булмаған бер предприятиела ла, ойошма ла юҡ. Улар һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙыусы, кәңәш биреүсе, эшкә һуңға ҡалғанда илтеп ҡуйыусы “үҙебеҙҙең” кеше.
Бөгөнгө мәҡәләбеҙ ҙә тап ошондай һөнәр эйәһе тураһында.
Илдар Мәсғүт улы Мөфтәхов – профессиональ водитель, стажы 40 йылдан ашыу. 1975 йылда хәрби комиссариат юлламаһы буйынса 27-се АПТУ-ла водителгә уҡый. Шул уҡ йылда ябай ауыл егете Алыҫ Көнсығыш хәрби округына хеҙмәткә алына. Ике йыл автомобиль бүлексәһе командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Армия сафтарынан ҡайтҡас, Илдар Мәсғүт улы Жданов исемендәге колхозда рәйес М.Ғ. Хәмиҙуллинды йөрөтә. Бер нисә йылдан егет үҙенең тормош иптәшен осрата, өйләнеп Дәүләкән ҡалаһына күсенеп китәләр, 1985 йылда Дәүләкән урмансылыҡ хужалығына эшкә урынлаша һәм ошонда 15 йылдан ашыу хеҙмәт һала. 2000 йылдан Дәүләкәндәге “Горгаз” ойошмаһында эшен дауам итеп, 2017 йылда хаҡлы ялға китә.
- Руль саҡыра, ебәрмәй,- ти Илдар Мәсғүт улы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, бер ай самаһы ла өйҙә ултырмай, район гәзите редакцияһында водитель һөнәре урыны бушағас, ошонда эшкә килә. Бөгөн Илдар Мәсғүт улына 61 йәш, ул эшләп йөрөүсе пенсионер. Тормош иптәше Фәнзилә Хәниф ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Илдар ағай – көр күңелле, шаян кеше, буш ваҡытында шиғырҙар яҙа, халыҡ йырҙарын башҡара, концерттарға йөрөй. Көс-дәрте ташып тора. Бына шундай хәҙерге заман водителе!