- Сеймал ҡалдыҡҡа мөмкин тиклем аҙыраҡ китһен өсөн экономиялы эшләүҙән тыш, деталдәрҙә дефекттар булмауын да ҡарарға кәрәк, юғиһә аяҡ кейеме бракка китәсәк, - ти Надежда Григорьевна. – Тәбиғи күн менән айырыуса иғтибарлы булыу мөһим. Был ҡиммәтле материал бескәндә айырыуса йыйнаҡлыҡ талап итә. Ғөмүмән, эшеңә ижади ҡарарға кәрәк тип уйлайым. Етештерелгән продукцияның күп төрлөлөгө ҡыуандыра, һәр көн үҙеңә ниндәйҙер яңылыҡ асаһың.