-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2018, 13:00

Мәнфәғәттәрҙән сығып эш итергә

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының август айында үткән пленумы 2018 йыл башынана ветерандарҙың ойошмаһы нисек эшләүен күрһәтте. Был пленумда ветерандарҙың ҡала-район советы рәйесе итеп оло кешеләрҙең проблемаларын яҡшы белгән, ветерандар ойошмалары менән эшләү тәжрибәһе булған Рәшит Шәрифйән улы Гәрәев һайланды.

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының август айында үткән пленумы 2018 йыл башынана ветерандарҙың ойошмаһы нисек эшләүен күрһәтте. Был пленумда ветерандарҙың ҡала-район советы рәйесе итеп оло кешеләрҙең проблемаларын яҡшы белгән, ветерандар ойошмалары менән эшләү тәжрибәһе булған Рәшит Шәрифйән улы Гәрәев һайланды.
Ошо көндәрҙә беҙҙең хәбәрсе уның менән осрашты һәм ветерандар хәрәкәте эше тураһында һөйләүен, бөгөн көнүҙәк булған бер нисә һорауға яуап биреүен үтенде.
- Рәшит Шәрифйән улы, сара нисек үтте? Был ваҡыт эсендә райондың ветерандар активында ниндәй эштәр башҡарып өлгөрҙөгөҙ?
- Пленум эшлекле рәүештә үтте. 2018 йылдың дәүләкәндр өсөн нисек булыуы тураһында Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов һөйләне. Шулай уҡ ветерандарҙың район ойошмаһындағы хәлдәр торошо ла ентекле анализланды, башҡарылған эштәр тураһында әйтеп үтелде. Бөгөн ветерандарҙың район ойошмаһында 10 меңгә яҡын кеше тора. Улар араһында 14-е - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм һуғыш инвалидтары, Ленинград блокадаһын кисергән ике кеше, 146-һы һуғыш ветерандарының тол ҡатындары, 400-ҙән ашыу тыл хеҙмәтсәне, шулай уҡ хеҙмәт, хәрби хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙар. Уларҙы ауыл биләмәләрендә һәм ойошмаларҙағы иллеләп ветеран ойошмаһы берләштерә.
2018 йыл башынан күп саралар үткәрелде. Уларҙың иң әһәмиәтлеһе Еңеү көнөнә әҙерләнеү. Нисек йәшәйһең, ветеран акцияһына ярашлы беҙҙең ойошма Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының йәшәү шарттарын тикшерҙе. Оло йәштәгеләр көнөн байрам итеү айҡанлы, районда ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы тәбрикләү йәһәтенән күләмле саралар үтте. Берәү ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Урындарҙағы ветерандар ойошмалары рәйестәре Й.З. Ғимаҙетдинов (элемтә узелы), Х.Ғ. Әсфәндийәров (2-се кирбес заводы), Р.З. Харисов (Имай-Ҡарамалы), Х.Р. Төхвәтуллин (Поляковка), В.П. Заяц (Ленинск), Н.А. Попова (Ивановка ауылы) һәм башҡалар үҙ бурысын еренә еткереп башҡара.
- Оло кешегә сәләмәтлектән дә мөһимерәк нимә юҡ. Ошо тармаҡтағы хәлдәр торошон күҙәтеүҙә тотоу буйынса Совет тарафынан ниндәй эштәр башҡарылды?
- Ветерандар ойошмаһы был мәсьәләне даими күҙ уңында тота. Ҡала һәм район хакимиәте вәкилдәре, мкдицина учреждениелары, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары етәкселәре менән бергәләп ветерандарға медицина ярҙамы күрһәтеү кимәле тикшерелеп тора. Һуңғы йылдарҙа һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, инвалидтар санаторийҙарҙа, республика реабилитация үҙәгендә һаулыҡтарын нығытты.
- Кешенең кәйефе, хәле, айырыуса өлкән йәштә, минең ҡарашҡа әллә ни әһәмиәтле булмаған ваҡ-төйәк нимәләргә бәйле икәнлеге мәғлүм. Оло кешегә ихтирам һәм иғтибар кәрәк. Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла?
- Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары менән ветерандарҙың йәшәү шарттарын тикшереп торабыҙ, шуға уоарҙың проблемалары беҙгә яҡшы таныш. Мохтаж булған ветерандарға социаль хеҙмәткәр беркетелә. Ғаилә йылы айҡанлы күп саралар үткәрелә.
- Ветерандар хәрәкәтенең иң яҡшы вәкилдәре, активистар сыҙамлыҡ, ныҡлыҡ, фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө булып тора. Ветерандарҙың ҡала-район советында патриотик тәрбиә йәһәтенән эш нисек бара?
- Был эште һуғышта ҡатнашыусылар алып бара торғайны. Хәҙер инде улар бик ҡарт, шуға йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса эште тыл хеҙмәтсәндәренә, яугир-интернационалистарға, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға, хәрби хеҙмәт ветерандарына тапшырҙыҡ. Төлө ғәскәрҙәрҙең йәмәғәт ойошмалары ла илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә әүҙем ҡушылды. Ветерандарҙың ҡала-район советы уларҙың эшен күҙәтеүҙә тота. Белем биреү учреждениеларында үҫеп килеүсе быуын менән тығыҙ бәйләнеш дауам итә. Эҙләнеү отрядтары, ирекмәндәр эшмәрлеге киң йәйелдерелгән.
Иҫтәлекте мәңгеләштереү йәһәтенән күп эш башҡарылды. Дан аллеяһы булдырылды, Хәтер китаптары нәшер ителде, ауылдарҙа обелискылар тәртипкә килтерелде. Октябрҙә беҙҙең делегация Ғафури районында Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлде асыуҙа ҡатнашты. 321 дәүләкәнле радиация менән зарарланған территорияны таҙартыуҙа үҙҙәренең һөнәри һәм хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән.
- Рәшит Шәрифйән улы, өлкән быуын үҙ ваҡытында эшләгән дә, ял да итә белгән. Районда уларҙың ялы нисек ойошторола?
- Мәҙәниәт идаралығының барлыҡ учреждениелары ҡарамағында ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар эшләп килә. Районда үткәрегән сараларҙа ветерандар әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, уларҙы байрам концеттарына, юбилей даталарына, күңел асыу сараларына саҡырып торалар.
- Ветеран ойошмаһы ағзаһы булып торған оло кешеләрҙең ниндәйҙер хоҡуҡтары, бурыстары ла барҙыр бит. Уларҙың нимәгә хоҡуҡлы булыуҙары тураһынд әйтеп үтегеҙ әле.
- Беренсенән, улар төрлө кимәлдәге ветеран ойошмаларына һайланырға хоҡуҡлы. Үҙҙәренең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлағанда улар ойоманың ярҙамын тойорға тейеш. Эште яҡшыртыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереү, ойошма тарафынан үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу, төрлө йөкләмәләр үтәү – был әле тулы булмаған исемлек.
Ветеран ойошмаларына эште әүҙемләштереү, халыҡ араһында ойошманың абруйын төшөрмәү йәһәтенән дә бурыстар йөкмәтелә.
Рәшит Шәрифйән улы өсөн быйылғы йыл юбилейлы – уға 70 йәш тула. Беҙ тормошоғоҙҙағы ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ, ветерандар хәрәкәтен артабан үҫтереүҙә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: