+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2018, 12:04

Эшләйҙәр ҙә, ял да итә беләләр

Көрмәнкәй ауыл биләмәһе Дәүләкән районының иң матур ерендә урынлашҡан. Уның байлығы – киң яландары, сәсеүлектәре, йәшел болондары, матур тәбиғәте, Дим йылғаһы һәм әлбиттә, иҫ киткес кешеләре. Дәүләкән районы һәм тирә - яҡ ауылдар халҡын һоҡландырып Ярыштау ҡалҡҡан.

“Гармун тоғро дуҫым һәм серҙәшем”, - ти олатай.
“Гармун тоғро дуҫым һәм серҙәшем”, - ти олатай.
Көрмәнкәй ауыл биләмәһе Дәүләкән районының иң матур ерендә урынлашҡан. Уның байлығы – киң яландары, сәсеүлектәре, йәшел болондары, матур тәбиғәте, Дим йылғаһы һәм әлбиттә, иҫ киткес кешеләре. Дәүләкән районы һәм тирә - яҡ ауылдар халҡын һоҡландырып Ярыштау ҡалҡҡан.
Йәм - йәшел бәрхәт кеүек ятҡан баҫыуҙар көҙҙән үк ужым культураларының мул уңышын вәғәҙә итә. Шәхси эшҡыуар крәҫтиән – фермер хужалығы башлығы Хөснөтдинов Р.Ш. игенселек менән шөғөлләнә. Һәр ихатала тиерлек һыйыр малы, һарыҡ, ҡош - ҡорт аҫрайҙар. Ике шәхси хужалыҡ йылҡы үрсетә, ҡымыҙ етештереп яҡын-тирә райондарға һатыуға сығара. Биләмә территорияһында яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәте (Й.Ә. Арыҫланов) хужалығы бар.
Ауыл халҡының ғорурлығы - Яңы Аҡҡолай ауылда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Лоҡман Рәшит улы Шафиҡов. 92 йәшлек аҡһаҡал алсаҡ, ихлас кеше. 17 йәшлек сағында тыуған илде һаҡларға фронтҡа алына. Дәһшәтле һуғыш йылдарын хәтерләгәндә, был матур көндәрҙе күрермен тип уйламағайным, ти ул. Ғүмер буйы тыуған хужалығында водитель булып эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас, биш йыл самаһы почта тарата. Өфө ҡалаһында йәшәгән улдары Наил һәм Руслан, ҡыҙҙары Алмира һәм Зинфира аталары янына сиратлап ҡайтып торалар. Йорт эсе йәмле, бөхтә. Социаль хеҙмәткәр Рәүиә Мырҙабулат ҡыҙы Йәғәфәрова һыу, аҙыҡ- түлек килтерә, иҫәп ҡағыҙҙарын түләй.
- Күңелһеҙ булып китһә, ҡулыма гармун алып йөрәгемә яҡын йырҙарҙы йырлап алам, - ти ветеран. - Ултырығыҙ, һеҙҙең өсөн дә уйнап, йырлап күрһәтәм, - тип йылмая.
Һуғыш йылдарында һәм тыныс тормошта алынған бик күп наградаларҙан тыш, Дәүләкән районы муниципаль районының Мәҙәниәт идаралығы исеменән бирелгән Почет грамотаһы ла өй түрендә урын алған. Уны Лоҡман Рәшит улына «Ауылдың ихтирамлы кешеһе» номинацияһында еңеүсе булараҡ тапшыралар. Ветерандың иң яратҡан байрамдарының береһе – Еңеү көнө. Быйыл да ул Дүртөйлө ауылында үткән байрамда әүҙем ҡатнашҡан.
- Беҙҙең ауыл биләмәһенә Дүртөйлө, Яңы Аҡҡолай, Иҫке Көрмәнкәй ауылдары инә, барлығы 740 кеше, 275 ихата һанала. Территорияһы бик ҙур түгел. Шуға күрә кәңәшләшеп эшләйбеҙ, күп мәсьәләләрҙә бер - беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Республика, район кимәлендә ярҙам булмаһа, үҙебеҙ генә йырып сыға алмаҫ инек. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы һөҙөмтәһендә 2016-2017 йылдарҙа конкурста еңеп, халыҡтан аҡса йыйып, бағыусылар ярҙамы менән Дүртөйлө һәм Яңы Аҡҡолай ауылында зыяратты тәртипкә килтерҙек. Быйыл һыу башняһы ҡуйҙыҡ,- тип һөйләй Көрмәнкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Зөфәр улы Вәлиев.
Өс ауыл балалары өсөн уйын майҙансыҡтары булдырылған, бының өсөн республика бюджетынан 270 мең һум аҡса бүленгән.
Район Мәҙәниәт йортоноң Көрмәнкәй филиалы мөдире Рима Биктимер ҡыҙы Рәхимова яңы уй-ниәттәр менән янып эшләй. Ауыл клубында башланғыс мәктәп уҡыусылары, йәштәр һәм өлкәндәр менән төрлө саралар үткәрә. “Йәшлек” фольклор ансамбле ойошторған. Үткәрелгән сараларҙа улар башҡорт йырҙарын йырлайҙар, бейеүҙәр өйрәнәләр, ғөрөф - ғәҙәттәрҙе тергеҙәләр. Фәһимә Солтанова, Гөлшат Хөснөтдинова, Сафура Юлмөхәмәтова, Суфия Арыҫланова, Гөлдәр Ғәлиәхмәтова, Илфат һәм Әлфиә Ғүмәровтар, Сажидә Мөхәмәтйәнова, Регина Шәрипова, Рузалия Сәлихова ансамблдең иң әүҙем ағзалары.
Ғаилә йылында ярты быуат бергә йәшәгән ғаиләләрҙе тәбрикләү матур йолаға әүерелгән. Хөрмәтле ветерандар Рима һәм Хәләф Әсфәндиәровтар, Мөхтәр һәм Сания Ждановтар, Ғәли һәм Минегөл Ғәзизовтарға ҡотлау открыткалары, бүләктәр тапшырылған.
Үҫеп килгән быуынға экологик тәрбиә биреүҙә “Без затей” (Өфө ҡалаһы) йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Дилә Кутлова ярҙам итә.
Шулай уҡ спорт ярыштары, мәҙәни саралар ауылда юғары кимәлдә үтә. Иҫке Көрмәнкәй ауылында 2015 йылда шәхси эшҡыуар Йәмил Арыҫланов төҙөгән хоккей майҙансығы ярыштар үҙәгенә әүерелгән. Бында күрше-тирә райондарҙан спортсылар йыйылышып ярыштар үткәрәләр. Бер нисә аҙнанан хоккей майҙансығы уйынсылар, көйәрмәндәр тауышына күмеләсәк.
Тышта - көҙ, ҡараңғы иртә төшһә лә, Дүртөйлө ауылы китапханаһында уттар балҡый, бында йәштәр һәм ветерандар йыш йөрөй.
Бына шулай, көндәлек хәстәрлектәргә күмелеп, үҙ- ара аңлашып һәм татыу йәшәй Көрмәнкәй ауыл биләмәһе халҡы.
Читайте нас: