Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә үҙенең 50 йәшлек ғүмер байрамын билдәләүсе Яңы Яппар ауылы егете Филүс Исмәғил улы Хәлиуллиндың тормош девизы митеп алынған һүҙҙәре менән башлап ебәреүем осраҡлы түгел. Телебеҙ, милләтебеҙ һаҡланһын, ер йөҙөндә башҡорт халҡы юғалмаһын, тип янып йөрөгән ир-уҙамандарҙың береһе беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ. Юҡҡа ғына уны ҡор башы итеп һайлап ҡуймағандар ҙа баһа! Милләт яҙмышы өсөн борсолған Филүс Исмәғил улы республика, район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа үҙ фекерен белдерә, ватандаштарын уяулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡыра. Ҡор башының мәшәҡәттәре етерлек: Дим буйы халыҡтары араһында төрлө саралар ойоштороу, уларға үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе ылыҡтырыу, бағыусылар эҙләү һәм башҡалар.
- Тыуған ауылым Яңы Яппарҙың йылдан-йыл күркәмләнә барыуына, яңы йорттар ҡалҡыуына, төҙөкләндерелеүенә ҡыуанам, әлбиттә, әммә мине иң ныҡ борсоғаны – балалар һанының кәмеүе. Егеттәрҙең өйләнергә ашыҡмауы ла борсоуға һала. Ғүмер күҙ асып йомғансы үтә лә китә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бит. Донъя ауырлығына һылтанып, күп бала тәрбиәләүҙән ситләшергә ярамай. Үҙебеҙ үҫкән осорҙо иҫкә төшөрөгөҙ әле, ул саҡта беҙҙең атай-әсәйҙәргә еңел инеме? Колхозда көндө төнгә ялған эшләйҙәр, ауылдарға газ үтмәгән, ҡайҙа инде ул автомат кер йыуыу машинаһы, кәрәҙле телефон, автомобиль! Төшкә лә кергән нимәләр түгел бит былар ул ваҡытта. Яғырға утын хәстәрләргә, ҡаҙанда аш бешерергә, һыу йылытырға, самауыр ҡайнатырға... Э-эй, ул саҡтар... Ә һәр ғаиләлә кәмендә бишәр бала ине, рәхәтләнеп күмәкләп шау-гөр килеп үҫтек. Башҡорт тигән милләт ер йөҙөнән юғалырға тейеш түгел. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,- тигән бит шағирә Зөлфиә Ханнанова. Балалар үҙ телендә аралашып, һөйләшеп үҫһен ине, - ти ул.
Йәмәғәт вазифаһынан тыш, Филүс Хәлиуллиндың дүрт бала атаһы, ҙур ғаилә башлығы икәнен дә оноторға ярамай бит әле. Бәхетен алыҫтан эҙләп йөрөмәгән егет, ошо уҡ ауылда тыуып үҫкән Зифа Наил ҡыҙы менән өйләнешеп, уртаҡ донъя ҡорғандар. Ғаилә усағын тергеҙеүҙәренә 26 йыл да булып киткән.
- Ҡыҙҙарым Динә менән Финә, улдарым Кинйә менән Батыр өсөн мин иң беренсе сиратта өлгө булып торамдыр тип уйлайым. Атай булараҡ дәрәжәм дә ҙур. Ошо дәрәжәмә тап төшөрмәҫкә, яуланған хөрмәтте юғары кимәлдә торорға тырышам. Бының өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем. Балалар эш рәтен белеп, күреп, өйрәнеп үҫһендәр өсөн уларҙы үҙең менән ҡатарҙан йөрөтөргә кәрәк. Шәхси хужалыҡта балаларым төп ярҙамсы. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, йортом өсөн күңелем тыныс – әсәләре менән бергәләп улар бар эште еренә еткереп ҡуя. Улдарымды мал ҡарарға үҙем менән бергә алып сығам, бәләкәсебеҙгә өс кенә йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул да эргәбеҙҙә бутала. Кесе йәштән үк күреп үҫеүе яҡшы. Шулай итеп, күмәкләшеп тырышып донъяны алға алып барабыҙ, - тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем.
Уның менән осрашҡанда, ғәҙәттә, һөйләшеү гел рәсми рәүештә генә килеп сыға ине. Ә был юлы инде ярайһы тормош тәжрибәһе туплаған, үҙенән кеселәргә кәңәш бирер йәшкә еткән Филүс Исмәғил улы менән донъя, йәшәйеш хаҡында ихлас һөйләшергә насип булды.
- Үҙеңде 50 йәштә һымаҡ тояһыңмы? - тигән һорауыма ла ул һис икеләнмәйенсә:
- Юҡ, бөтөнләй ҙә тоймайым. Үтелгән юлыма ҡараһам, күп эштәр башҡарылған, ир-егеткә тейешле бөтә бурысым үтәлгән: йорттар һалынған, улдар үҫтерәм, ағастар шаулап үҫә. Ошонда нөктә лә ҡуйырға яраған һымаҡ. Юҡ, ярамай, алда әле бик күп эштәр көтә. Фекерҙәштәрем, дуҫтарым ярҙамында барлыҡ уй-ниәттәрем тормошҡа ашыр тип уйлайым.
Эйе башҡараһы эштәр алда әле, бары иҫәнлек кенә булһын.
- Уртаға һалып һөйләшергә мәсьәләр етерлек, йыйылышҡа килгәйнем, - тип әңгәмәсем йәнә үҙ бурыстарын атҡарырға ашыҡты.
Эйе, халҡыбыҙ, телебеҙ яҙмышына битараф булмаған ошондай замандаштарыбыҙ барҙа милләт юғалмаҫ. Йыл тамамланыуға барғанда юбилейын билдәләгән Филүс Исмәғил улына эштәренең уң барыуын, тоғро дуҫтар, илһамлы ижад емештәре теләп ҡалабыҙ.