3 декабрҙән 13 декабргә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Был көндәрҙә һеҙ Рәсәй почтаһы аша гәзит-журналдарға яҙыла алаһығыҙ. Подписканы республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә, https://podpiska.pochta.ru сайтында тултырырға мөмкин.
Ун көнлөк барышында Рәсәй почтаһы каталогҡа индерелгән үҙәк матбуғат баҫмаларын ташыуға - 10 процент, республика гәзит-журналдарына 15 процент ташлама тәҡдим итә. Башҡа подписка агентлыҡтары каталогтары буйынса Рәсәй почтаһынан ташлама биш һәм ун процент тәшкил итә.
“Асылыкүл”-“Балҡантау” район гәзиттәренә ташлама менән подписка хаҡы бер айға -144,37 һум, алты айға - 865,86 һум.
“Районка”ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға килтергән кешеләр аҙна һайын приз уйнатыуҙа ҡатнаша.