Үҙәк район дауаханаһында яңы тыуған сабыйҙарҙы тантаналы теркәү көнө һәр кемдең күңелендә матур ваҡиға булып һаҡланасаҡ. Бәхетле ата-әсәләр Руслан Рәфил ҡыҙы һәм Надежда Владимировна Мәүлихановтарҙы, Сәхиб Аловсат оглы һәм Эсмира Исабала ҡыҙы Мусаевтарҙы ҡыҙҙары Василиса һәм Сабринаның тыуыуы менән Дәүләкән ҡалаһы һәм районының ЗАГС бүлеге начальнигы Альфира Ринад ҡыҙы Гильдина ҡотланы, сабыйҙарының тәүге документы – тыуыу тураһында таныҡлыҡ, Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәновтан бүләктәр, ҙур илебеҙҙең кескәй граждандарына мөрәжәғәт яҙылған хат тапшырҙы. Был хатта шундай юлдар бар:
- Һаумы, Дәүләкән ҡалаһының яңы гражданы! Һин данлы тарихы булған ҡалала тыуҙың. Яратҡан ҡалабыҙ менән бергәләп үҫерһең, көс тупларһың. Һиңә сәләмәтлек, бәхет, уңыштар, һөйөклө бала булып үҫеүеңде теләйбеҙ.
Үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһе коллективы исеменән ошо бүлексә мөдире Сәйҙә Ғәли ҡыҙы Минһажева ла изге теләктәрен еткерҙе, сабыйҙарға бүләк тапшырҙы. Бәхетле минуттарҙы уртаҡлашырға килгән яҡындарының һәм туғандарының ҡотлауы иң тулҡынландырғыс мәл булғандыр. Әйтергә кәрәк, ғаиләләрҙә уларҙы өлкәндәр генә түгел, ағайҙары һәм апайҙары көтә. Мусаевтар ғаиләһендә Сабрина – дүртенсе бала, Мәүлихановтар ғаиләһендә һеңлеһе Василисаны өс йәшлек ағаһы ҡаршыланы.