-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2018, 12:06

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау

Банктан йәки башҡа ойошманан кредит алған кешеләр коллекторҙар тураһында ишетеп кенә белмәйҙер, моғайын, арағыҙҙа улар менән эш итергә тура килгәндәр ҙә барҙыр. Таныш түгел кешеләрҙең кеҫә телефонығыҙға шылтыратып, кисекмәҫтән бурысығыҙҙы түләүҙе талап иткән осраҡтар ҙа булғандыр.

Банктан йәки башҡа ойошманан кредит алған кешеләр коллекторҙар тураһында ишетеп кенә белмәйҙер, моғайын, арағыҙҙа улар менән эш итергә тура килгәндәр ҙә барҙыр. Таныш түгел кешеләрҙең кеҫә телефонығыҙға шылтыратып, кисекмәҫтән бурысығыҙҙы түләүҙе талап иткән осраҡтар ҙа булғандыр.
Кемдәр һуң улар, коллекторҙар? Әгәр улар һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы боҙа икән, нимә эшләргә?
Суд приставтары дәүләт хеҙмәте вәкилдәре, Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте БР буйынса идаралығының дәүләт реестрын алып барыу һәм юридик шәхестәрҙән кисектерелгән бурысты түләттереү буйынса бүлек начальнигы Е.С. Слободчик һәм бүлек начальнигы – суд приставтарының Дәүләкән район-ара бүлегенең өлкән суд приставы В.Н. Бабушкин менән осрашыуҙа һүҙ тап шул хаҡта барҙы.
Коллектор агентлыҡтары – бурыслыларҙан аҡса түләттереүгә махсуслашҡан компаниялар. Ҡайһы саҡта уларҙың үҙ эшен башҡарыу ысулдары шик тыуҙыра һәм граждандарҙа тынысһыҙлыҡ уята. Законға ярашлы эш иткән коллекторҙарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар? Аңлатыуҙарынса, коллекторҙар агентлығы иң элек хоҡуҡи теркәлергә һәм махсус дәүләт реестрына индерелгән булырға тейеш. Был хаҡта Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәтенең рәсми сайтында белергә мөмкин. Коллекторҙар агентлығы хеҙмәткәрҙәре бурыслылар менән осрашыуҙар, телефон аша һөйләшеүҙәр ойоштора, телеграф, текст, башҡа белдереүҙәр ебәрә ала.
Уларға янау, милеккә зыян килтереү йәки юҡ итеү, кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн хәүефле эш-ғәмәлдәр ҡылыу, психологик баҫым яһау, бурыслының дәрәжәһен төшөргән башҡа ысулдар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Әгәр коллекторҙар закон боҙа икән, граждан Суд приставтары федераль хеҙмәтенә, башҡа ҡыҙыҡһынған ведомстволарға ғариза яҙа ала. Шулай уҡ 8 (347) 273-71-49 номеры буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына шылтырата алаһығыҙ. Ғаризаға ҡушып, коллекторҙарҙың законда ҡаралған тәртипте боҙоуын раҫлауҙы ла бирергә кәрәк. Был телефон һөйләшеүҙәре яҙмаһы, коллекторҙар менән осрашыу видеояҙмаһы, йәшәгән урын буйынса коллекторҙар тарафынан ебәрелгән хаттар, телефонға килгән смс-тар булырға мөмкин. Кредиторҙың йәиһә коллектор ойошмаһының закон талаптарын боҙғаны өсөн РФ КоАПының 14.57-се статьяһы буйынса ҙур суммала штраф, дисквалификация, эшмәкәрлекте туҡтатыу кеүек яуаплылыҡ ҡаралған.
Осрашыуҙа коллектор ойошмалары менән нисек эш итергә кәрәклеге тураһында һорауҙар күп булды, уларҙың барыһына ла ентекле яуаптар бирелде, бынан тыш, ошо темаға ҡағылышлы мәғлүмәт бирелгән памяткалар таратылды.
Читайте нас: