Был парҙы районда күптәр белә. Илле биш йылға яҡын ғүмер итеп, бер-береһен тулыландырып, бер иш, бер пар булып, туған-тыумасаларын, яҡындарын һөйөндөрөп йәшәйҙәр. Йөҙҙәренән нур, йылылыҡ бөркөлөп тора. Һүҙем Фәнүр Минияр улы менән Рауза Шәкүр ҡыҙы Низаметдиновтар тураһында. Икеһе лә йәмле Ҡоръятмаҫ ауылынан улар. Урта мәктәпте тамамлағас, баянсылар мәктәбендә белем алып, тыуған ауылында, күрше Алға ауылында клуб мөдире булып та эшләп ала Фәнүр ағай. Һөнәрселек училищеһында слесарь-ремонтсы һөнәрен үҙләштереп, 1962 йылда пароходта эш башлай. Унда эш миҙгелле булыу сәбәпле, кире ауылға ҡайта. Шул ваҡытта осрата ла инде йән йәре Раузаһын егет. 1964 йылдың апрелендә өйләнешеп, район үҙәгенә күсәләр. Рауза апай Дәүләкән ҡалаһында 3-сө урта мәктәптә 8-се класты тамамлағандан һуң һатыусылар курсына ебәрелә. Ауылда ике йыл сауҙа өлкәһендә эшләй. Район үҙәгенә күскәс, нефть базаһында 9 йыл хисапсы була. Ошо ваҡыттарҙа киске мәктәптә урта белем ала. 1972 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә, уны уңышлы тамамлап уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Татыу, матур итеп йәшәй йәш ғаилә. Фәнүр ағай өҙҙөрөп гармунда уйнай, Рауза апай уға ҡушылып йырлай, бөтөрөлөп бейей. Сәнғәткә булған ҙур һөйөү уларҙы тағы ла нығыраҡ бәйләй. Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташлаһа ла йыр-моңдан айырылмай улар. 1973-сө йылда Ишембайға күсеп китәләр. Фәнүр ағай Ишембай санаторийында мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләй башлай. Рауза апай Байғужа ауылында рус теленән һәм географиянан уҡыта, китапханала эшләй. Әүҙем тормош алып бара улар Ишембай тарафтарында. Тик тыуған яҡтар үҙенә тарта.
1994 йылда Низаметдиновтар кире Дәүләкәнгә күсенә. Ирле-ҡатынлы мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша башлай. Рауза апай 1997 йылдан алып әлегә тиклем «Әхирәттәр» фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Фәнүр ағай Әхиәр Хәкимов музейы ҡарамағында эшләп килгән «Дим» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы. Әҙәби берекмә сығарған дүрт йыйынтыҡта ла уның шиғырҙары ингән. Унан тыш йәнә өс китабын сығарған. Уның шиғырҙарында-тыуған яҡ тәбиғәте, ауыл кешеләре, тормош фәлсәфәһе. Берекмәлә уҙған барлыҡ сараларҙа бергәләп ҡатнашалар. Әйткәндәй, «Әхирәттәр» ансамбле өсөн Фәнүр Минияр улы ике тиҫтәнән ашыу йыр яҙған. «Илһам шишмәләре» фестивалендә ҡатнашыу бәхете лә тейә. Шундай татыу, һоҡланғыс пар улар. Ярҙамсыл, йомарт күңелле кешеләр. Уларҙың йылы усағы янына кемдәр генә йыйылмай! Рауза Шәкүр ҡыҙы һәр кемгә ярҙамға әҙер. Уның шәплегенә, етеҙлегенә, йомартлығына хайран ҡалырлыҡ. Ошо кескәй генә ҡатында шундай оло, йылы йөрәк тибә. Үҙенең йөрәк йылыһын тирә-йүнгә, яҡындарына, ярҙамға, йылыға, аңлауға мохтаж кешеләргә тарата. Йөҙөнән йылмайыу китмәй. Кешенең бәхете йөҙөнә яҙыла бит, бер эске балҡыш, нур булып һибелә тирә-яҡҡа. Яныңда тоғро тормош иптәшең, кәңәшсең, ярҙамсың, булыуы оло бәхет түгелме ни. Ҡул эштәренә лә оҫта Рауза апай шәлдәр, косынкалар бәйләй. Берет, түбәтәйҙәрҙе кемдәргә генә бәйләп бүләк итмәне икән? Ойоҡбаштар, тапочкалар, бирсәткәләр... Фатирына килеп керһәң-музей һымаҡ. Сигелгән мендәр тыштары, сигелгән япмалар, стена, дивандар ҙа ҡораманан япмалар, иҙәндә-балаҫтар. Ҡасан өлгөрәһең, тип һораһаң, ихлас итеп йылмая ла: минең ярҙамсым бар бит-Фәнүрем, тип көлә.Тормоштоң ҡәҙерен белеп, һәр тыуған көнгә һоҡланып, бер-береһенә матур, иркә һүҙҙәр әйтеп, күңелдәрен күтәреп, бер-береһен хәстәрләп тора улар. Ишектәре һәр кемгә асыҡ. Кемдер кәңәш, ярҙам һорап, кемдер аңлау эҙләп, эсен бушатырға килә. «Башта тәмләп сәй эсеп алайыҡ, аҙаҡ һөйләшербеҙ», - тип ҡаршылай Рауза апай. Күрше бүлмәнән баянын күтәреп Фәнүр ағай сыға. Моңло көйҙәре менән күңелдәрҙе йыуата, кәйефте күтәрә, донъя мәшәҡәттәрен оноттора. Йылы уларҙың ғаилә усағы янында, рәхәт! Йән дә, тән дә ял итә!