+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2018, 11:42

Беҙ - клуб өсөн

Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһендә Буранғол ауылында 2019 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу йәһәтенән йомғаҡлау йыйылышы үтте. Унда үҙ ауылының киләсәгенә битараф булмаған һәр кеше килде.

Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһендә Буранғол ауылында 2019 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу йәһәтенән йомғаҡлау йыйылышы үтте. Унда үҙ ауылының киләсәгенә битараф булмаған һәр кеше килде
Ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтов Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн төп талаптарҙың береһе - һайланған объект тураһында һөйләп үтте, биләмә халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Республика бюджетынан субсидияға дәғүә итер өсөн һәр йорттан, ауыл биләмәһенән, бағыусыларҙан күпме аҡса йыйырға кәрәклеге аңлатылды. Алдан үткәрелгән йыйылышта ауыл халҡы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, иҫке башланғыс мәктәп бинаһын клуб итеп ремонтларға кәрәклеген әйткәйнеләр. Ауыл өсөн мәҙәниәт усағы бик кәрәкле, унда төрлө йыйылыштар, саралар үткәрергә, артистарҙың концерттарын ҡарарға мөмкин. Ауыл клубы һәр саҡ социаль үҙәк ролен үтәй. Бинаны үҙгәртеп ҡороп һәм клубты йыһазландырып, беҙ ауылыбыҙҙың матур киләсәге тураһында уйлайбыҙ – йыйылыусылар шундай фекерҙә булды.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн Буранғол ауылы халҡы һайланған объектҡа тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты. Бының өсөн халыҡтан, бағыусыларҙан күпме сумма талап ителәсәге билдәләнде.
Конкурста ҡатнашыу өсөн йыйылыш йомғаҡтары нигеҙендә әлеге ваҡытта тейешле документтар тултырыу эштәре бара. Буранғол ауылы халҡы һайлаған проект йәһәтенән ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, 2019 йылда әүҙем эш башланасаҡ.
Йыйылышта ҡатнашыусылар бөтә буранғолдарға проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.
Читайте нас: