Республикабыҙҙың баш ҡалаһында тап шулай исемләнгән конкурс үтте.
Беҙҙе ҡаланан Бакаевтар унда ҡатнашып, почетлы I урын яуланы
Әйҙәгеҙ, еңеүселәр менән яҡындан танышайыҡ. Рөстәм һәм Лилиә Бакаевтарҙың ике бала: һигеҙ йәшлек Әминә менән дүрт йәшлек Камилды үҫтерә. Был йәш, татыу ғаилә гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Улар сентябрь айында физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән “Әсәй, атай, мин – спорт ғаиләһе” конкурсында беренсе урын яулағайнылар.
Муниципаль этапта еңеү Бакаевтарға республика кимәлендә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Видеовизитка рәүешендә бирелгән 23 заявканан БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының конкурс комиссияһы ете иң яҡшы ғаиләне һайлап алды, улар араһында дәүләкәндәр ҙә бар ине.
Конкурстың финалында Ауырғазы, Бүздәк, Дәүләкән, Күгәрсен, Яңауыл райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан әүҙем ғаиләләр сығыш яһаны.
Ярыш ябыҡ интерактив майҙансыҡтарҙа үткәрелгәнлектән, кемдәрҙең еңеүсе буласағын күҙаллау мөмкинлеге булманы. Конкурстың ете этабын да уңышлы үтеп, көсөргәнешле ярышта еңеүселәр билдәләнде. Бакаевтар республика конкурсы еңүселәре тип танылды.
Был бик яҡшы һөҙөмтә, уның нигеҙендә бер-береңә хөрмәт, ихтирам, мөхәббәт ята. Бакаетар ғаиләһенә ошо сифаттар хас.