Быйыл беҙҙең райондан өс ҡатын-ҡыҙ юғары «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Улар Рассвет ауыл Советы ауыл биләмәһенең Комсомол ауылынан биш бала әсәһе Роза Фәнис ҡыҙы Әхмәтова, Дәүләкән ҡалаһынан алты бала үҫтергән Эвелина Павловна Дридгер һәм биш бала әсәһе Светлана Александровна Трайжон.
Балаларын илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләүгә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән ябай ҡатындарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хабиров тантаналы рәүештә хаҡлы наградаларын, сәскә гөлләмәһе тапшырҙы, иң изге теләктәрен еткерҙе.
“Әсәлек даны” миҙалы менән биш һәм унан да күберәк бала табып үҫтергән (уллыҡҡа алған), уларҙы рухи һәм әхлаҡи тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һалған, Башҡортостанда йәшәгән (рәсми теркәлгән), сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә институтын нығытыуҙа өлгө булып торған әсәләр бүләкләнә.
Миҙалдың алғы яғында - ҡояшҡа табан сабыйын күтәргән әсә һүрәте. Был символ әсәнең ғүмер бүләк итеүен, үҙенең һөйөүе менән уны яҡтыраҡ, ҡояшлыраҡ итеүен, изгелек нурҙары менән йылытыуын аңлата. Аҫҡы өлөшөндәге таҫма менән уратылған лавр япрағы күп балалы әсәләргә ҡарата хөрмәтте һәм ихтирамды сағылдыра.