+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2018, 12:26

Шатлыҡ һәм илһам өсөн ете сәбәп

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үткәрелгән «Цветик-семицветик» ижад һәм спорт фесстиваленә килеүселәр ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрә алды

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үткәрелгән «Цветик-семицветик» ижад һәм спорт фесстиваленә килеүселәр ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрә алды
Ете майҙансыҡ, ете туҡталыш, мөғжизәле төрлө төҫтәге ете таж, үҙеңдең ҙ мөмкинлектәреде күрһәтеү күрһәтеү, тулы ҡанлы тормош менән йәшәү. Һәр станцияла балаларға һәм өлкәндәргә ойоштороусылар һәм ирекмәндәр ҡыҙыҡлы дәрестәр тәҡдим итте. Шулай итеп, спорт майҙансығында үҙҙәрен һынап ҡарарға мөмкинлек булды, ҡыҫҡа һаплы һөңгө ырғытыу, шахмат-шашка уйыны, «Ижади оҫтахана»ла үҙ ҡулдарың менән үҙенсәлекле шыршы уйынсыҡтары эшләү, арт-терапия туҡталышында һынлы сәнғәт өлгөләре тәҡдим ителде. «Мин донъяны танып беләм» туҡталышын үҙәк балалар китапханаһы әҙерләгән, улар яңы баҫмалар һәм махсус әҙәбиәт менән таныштырып ҡына ҡалманы, ә мозаиканан барыбыҙға ла таныш әкиәт күренештәрен йыйырға ярҙам итте. Аква-грим туҡталышында һүрәтте үҙең менән алып китеп оҙаҡ итеп һоҡланырға мөмкин ине.
Музыкаль майҙансыҡта иһә «Дан минуты» сарала ҡатнашыусыларҙы көттө. Бында йырларға, бейергә, үҙең яҙған, башҡа авторҙарҙың шиғырҙарын һөйләргә һәм башҡа төрлө ижади һәләттәрҙе күрһәтергә мөмкинлек бирелде. Фотозона айырыуса ҙур популярлыҡ ҡаҙанды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар яңы йыл биҙәктәре эргәһендә, һүрәттәр янында фотоға төштөләр. Балалар ижады йорто педагогтары эстафета конкурстары, хәрәкәтле уйындар үткәрҙе. Бында шау-шыу хөкөм һөрҙө, дуҫлыҡ еңде. Барыһына ла татлы приздар, ҡатнашыусыларға сертификаттар, бағыусылар: Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте, төбәк хәйриә йәмәғәте ойошмаһы “Һәр саҡ эргәмдә бул”, «Крошка енот» психологик-педагогик үҙәгенән бүләктәр тапшырылды.
Тағы ла ҡыуаныслы сюрприздар, уйындар балаларға ысын байрам бүләк итте.
Сараға йыйылыусыларҙы изге теләктәр менән хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Дәүләкән районы буйынса бүлексәһе рәйесе С.В. Белинская ҡотланы. Һәүәҫкәр артистар музыкаль бүләк менән шатландырҙы.
Ете тылсымлы тажлы әкиәт сәскәһенең һәр теләктәрен үтәлде, ете ижади майҙанда яңы дуҫтар табырға ярҙам итте, үҙҙәрен беҙҙең йәмғиәттә кәрәкле кешеләр итеп тойорға булышлыҡ итте.
Читайте нас: