+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2018, 12:13

Сифатлы һәм оператив эшләйҙәр

Энергетиктар көнө – үҙенең тормошон ауыр, әммә мөһим эшкә - кешеләргә яҡтылыҡ биреүгә арнаған кешеләрҙең байрамы. Энергетиктарҙың хеҙмәте сәнәғәт, мәғариф, медицина, ауыл хужалығы өлкәләре тотороҡло эшләүе өсөн нигеҙ булдыра, халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итә.

Энергетиктар көнө – үҙенең тормошон ауыр, әммә мөһим эшкә - кешеләргә яҡтылыҡ биреүгә арнаған кешеләрҙең байрамы. Энергетиктарҙың хеҙмәте сәнәғәт, мәғариф, медицина, ауыл хужалығы өлкәләре тотороҡло эшләүе өсөн нигеҙ булдыра, халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итә.
Дәүләкән район электр селтәрҙәре Дәүләкән һәм Әлшәй райондарында электр селтәрҙәрен һәм 110/35/10 подстанцияларын хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Дәүләкән район селтәрҙәре коллективында ҡулланыусыларҙы электр менән өҙлөкһөҙ, ышаныслы тәьмин итеү буйынса үҙ бурыстарын яуаплы, еренә еткереп башҡарған ысын һөнәрмәндәр хеҙмәт һала. Мастерҙар С.А. Иванов, Д.И. Лукьянов, А.М. Федоров, В.С. Стоянов, Р.З. Мөлөковты айырым билдәләп үтәһе килә. Бөтә коллективтың эше уларҙың тырышлығына бәйләнгән. Ремонт эштәрен башҡарғанда электр монтерҙары В.Л. Евстигнеев, Р.Р. Йосопов, В.А. Столбов, Е.А. Юлков, махсус машина водителдәре В.В. Коровин, В.А. Иванов, Н.А. Минин яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәләре күрһәтә.
Өҙлөкһөҙ эшләү тураһында һөйләгәндә, диспетчерҙар С.Г. Швец, Д.А. Прищеп, шулай уҡ ОВБ оператив бригадаһы хеҙмәткәрҙәре Р.С. Исхаҡов, Р.Р. Шәйхетдинов, Р.Р. Ғәитов, О.Н. Дригалевтың хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың тәүлек әйләнәһенә дауам иткән эше теләһә ниндәй һауа шарттарында ла йорттарҙа һәр саҡ ут буласағына ышаныс тыуҙыра.
Төп вазифаларынан тыш, электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре спорт ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. А.В. Эйснер, Р.С. Исхаҡов, Н.А. Минин, Р.А. Мәүлийәров, А.Р. Романенко, С.С. Муллағоловтан торған Дәүләкән район электр селтәрҙәре командаһы волейбол, футбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү буйынса ярыштарҙа һәр саҡ почетлы урындар яулай.
Байрам алдынан Дәүләкән электр селтәрҙәре коллективтарына аварияларһыҙ эшләүҙәрен, ғаиләләрендә бәхет, йылылыҡ, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, бәрәкәт, именлек теләйем. Йорттарығыҙҙа һәр саҡ яҡты булһын!
Читайте нас: