+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2018, 11:02

Яңы йылға - яңы велосипедта!

Байрам алдынан “Асылыкүл”- “Балҡантау” гәзите уҡыусылары араһында бүләктәр уйнатыу матур йолаға әүерелде. Бына быйыл да 20 декабрҙә төп бүләк уйнатылды. Гәзиткә ярты йылға йәки бер йылға яҙылыусылар араһынан 252 кеше квитанция күсермәһен редакцияға килтереп, велосипед оторға дәғүә итте.

Район гәзитен оҙаҡ йылдар алдырыусылар, урындағы телевидение, район хакимиәте вәкилдәре баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылды. “Асылыкүл”-“Балҡантау” гәзитенең баш мөхәррире И.Й. Аҡҡолов район баҫмаһына даими яҙылыусы тоғро дуҫтарына изге теләктәрен еткерҙе һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Баш мөхәррир урынбаҫары Т.А. Сәғәҙиева яҙылыусыларға приз уйнатыу ҡағиҙәләрен аңлатты һәм уңыштар теләне. Бына тулҡынланғыс мәл етте! Осраҡлы һандар генераторы күрһәтеүенсә 252-гә тиклем бәхетле һандар араһынан 184-се һан еңеүсе тип танылды. Был теркәү һаны аҫтында гәзит уҡыусыбыҙ Ильин Александр Григорьевичтың квитанцияһы сыҡты. Велосипед тап уға тапшырылды.
Александр Григорьевичҡа 77 йәш, оҙаҡ йылдар халыҡ мәғарифы системаһында эшләй: Филипповка ауылында физик культура һәм 2-се мәктәптә хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы була. Ул элек-электән беҙҙең гәзиттең әүҙем яҙыусыһы, ҡалала билдәле кеше.
Район гәзите редакцияһы еңеүсебеҙҙе ихлас ҡотлай, уға иҫәнлек-һаулыҡ, Яңы йылда бәхет һәм уңыштар теләй
Читайте нас: