+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2018, 12:29

«Иң яҡшы мөдир»

Етәкселәре – Сергиополь ауылы «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһы мөдире Зөлхизә Тимерйән ҡыҙы Мумбер (һүрәттә) тураһында уның коллегалары шулай тиҙәр, уның менән эшләүе еңел дә, ҡыҙыҡлы ла тип өҫтәйҙәр.

Етәкселәре – Сергиополь ауылы «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһы мөдире Зөлхизә Тимерйән ҡыҙы Мумбер (һүрәттә) тураһында уның коллегалары шулай тиҙәр, уның менән эшләүе еңел дә, ҡыҙыҡлы ла тип өҫтәйҙәр.
Зөлхизә Тимерйән ҡыҙы балалар менән 30 йылдан ашыу эшләй, шуның 25 йылы - мөдир вазифаһында. Етәксе булараҡ, ул балалар баҡсаһы сәскә атһын, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы булһын, ата-әсәләр балаларын уларға ышанып тапшырһын өсөн барыһын да эшләй. Шулай уҡ ул һәйбәт психолог та, хеҙмәткәрҙәрҙең өҫтөн һәм етешһеҙ яҡтарын тиҙ тойоп ала.
Тәжрибәле педагог коллегаларын, ата-әсәләрҙе һәр ваҡыт тыңларға, методик белешмәләр бирергә, уларҙың кәйефен ижади юҫыҡҡа йүнәлтергә әҙер. Педагика һәм методика эшендәге уңыштары өсөн уға «Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре» исеме бирелгән. Балалар баҡсаһы районда үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып, күп тапҡыр беренсе урындар алды, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ул тыныс холоҡло, алсаҡ, изгелекле. Һәр көн иртән эш урындарын ҡарап сыға. Кәрәк булғанда тәртип боҙоусыны шелтәләп тә ала. Территорияны йыйыштырғанда, сәскәләр ултыртҡанда, ремонт ваҡытында һәр саҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә.
Беҙҙең балалар баҡсаһы 1981 йылдан алып эшләй. Сергиополь ауылы халҡының дүрттән бер өлөшө тәрбиә нигеҙен ошо стеналарҙа алды тип ныҡлы әйтергә була. Элекке тәрбиәләнеүселәр бында хәҙер үҙҙәренең балаларын килтерә, күп нәмәгә өйрәтәсәктәренә, кесе Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләйәсәктәренә ышана. Һоҡланғыс хеҙмәткәр беренсе ғинуарҙа үҙенең юбилейын билдәләйәсәк.
Ҡәҙерле Зөлхизә Тимерйән ҡыҙы! «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһы коллективы һәм ата-әсәләр комитеты һеҙҙе юбилейығыҙ – 55 йәш тулыу көнө менән ҡайнар ҡотлай! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, артабанғы ижади уңыштар теләй.
Читайте нас: