-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2018, 17:44

Яҙыусы тураһында иҫтәлек

Бәләбәй механизациялау һәм электрификациялау колледжының Дәүләкән филиалының тамашалар залында Әхиәр Хәкимовтың йорт-музей хеҙмәткәрҙәре һәм «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары менән осрашыу үтте.

Бәләбәй механизациялау һәм электрификациялау колледжының Дәүләкән филиалының тамашалар залында Әхиәр Хәкимовтың йорт-музей хеҙмәткәрҙәре һәм «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары менән осрашыу үтте. Ул Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Ғ.Сәләм, С.Юлаев исемендәге премиялар лауреаты, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы, яҡташыбыҙ Әхиәр Хәкимовтың иҫтәлегенә арналды. 27 декабрҙә яҙыусының беҙҙең аранан китеүенә ун биш йыл тула.
Фашистарға ҡаршы көрәшеү өсөн ул 14 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Венаны алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған. Фронтта күргән ауырлыҡтар киләсәктә күп хикәйәләр яҙырға этәргес була. Уның һигеҙ романы, ун өс повесы, тиҫтәләгән хикәйәһе бар. Өҫтәүенә, яҙыусы рус һәм башҡорт телдәрен яҡшы белгән, фәнни эш һәм тәржемә менән шөғөлләнгән.
Дәүләкән районы халҡының һәм яҡындарының инициативаһы менән 2004 йылда барлыҡҡа килгән Әхиәр Хәкимов музейы киләсәк быуында тыуған илгә һәм телгә һөйөү тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең ер таланттарға бай. Музей базаһында егерме йылға яҡын «Дим» әҙәби берекмәһе эшләп килә. Уға ете йылға яҡын Әхиәр Хәкимов үҙе етәкселек итә. Күптәр өсөн Әхиәр Хәсән улы остаз һәм өлгө булып тора. Һуңынан бер нисә йыл әҙәби төркөмдө һәләтле шағирә һәм һәүәҫкәр композитор Гөлүзә Арыҫланова етәкләй. «Дим» әҙәби берекмәһенең рус, башҡорт, татар телдәрендә дүрт йыйынтығы сығарыла.
Колледж педагогтары һәм уҡыусылар урындағы һәүәҫкәр шағирҙарҙың һәм Әхиәр Хәкимовтың ижади мираҫы менән танышты. Гөлфирә Ғәскәрова, Вера Скрипникова, Владимир Родин, Нәжиә Мәғәсүмова, Александр Бондаренко үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Беҙҙең йәштәр кесе Тыуған иленең һәләтле кешеләрен белергә тейеш. Киләсәктә музей хеҙмәткәрҙәре менән бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштороу планлаштырыла.
Читайте нас: