+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар 2019, 14:39

Үҙәк парк матурланды

Дәүләкән ҡалаһы уртаһындағы парк өлкән йәштәге кешеләрҙең йәшлек хәтирәләрен яңыртыу урыны булып тора.

Дәүләкән ҡалаһы уртаһындағы парк өлкән йәштәге кешеләрҙең йәшлек хәтирәләрен яңыртыу урыны булып тора. Бөгөн уның территорияһының матурланыуы, заманса күренеш алыуы ҡыуандыра. Был үҙгәреш халыҡ күҙенән ситтә ҡалмай, әлбиттә. Айырыуса балалар шат, сөнки башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә улар бында рәхәтләнеп ял итә, көс туплай. Ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартылған урындарҙа уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған, балалар майҙансығы эшләнгән.
Яңы йыл байрамдарына бында шыршы урынлаштырылды, ул төрлө төҫтәрҙә балҡып, алыҫтан уҡ үҙенә әйҙәп тора. Катокта иһә рәхәтләнеп коньки шыуырға мөмкин.
Каникулдар дауам итә, балалар дәртле музыка яңғыраған, төрлө төҫтәрҙә уттар балҡыған ҡала паркында ваҡыттарын күңелле уҙғара.
Читайте нас: