-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2019, 11:33

Тыуған төйәк тарта

Ошонда тыуып-үҫкәнмен, ошонда эшләйем, - тип йылмайып әйтеп ҡуйҙы үҙе тураһында эшҡыуар Владимир Валерьевич Афанасьев. Ул Дәүләкән районы Романовка ауылында тыуған, шунда уҡыған, тормош ҡорған, хәҙерге көндә бәләкәй пекарня асҡан, яңы бешкән хуш еҫле икмәк менән ауылдаштарын ғына түгел, ике районды һәм 80-гә яҡын сауҙа нөктәләрен тәьмин итә. Ассортиментта - аҡ һәм ҡара икмәк, булкалар, күмәстәр, бәлеш, кекс, печенье бар, барлығы ун биш атама. Магазиндар эшҡыуар менән ихлас хеҙмәттәшлек итә. Уның продукцияһы һәр ваҡыт тәмле, кәштәлә оҙаҡ ятмай, үҙ һатып алыусыһын таба.

Ошонда тыуып-үҫкәнмен, ошонда эшләйем, - тип йылмайып әйтеп ҡуйҙы үҙе тураһында эшҡыуар Владимир Валерьевич Афанасьев. Ул Дәүләкән районы Романовка ауылында тыуған, шунда уҡыған, тормош ҡорған, хәҙерге көндә бәләкәй пекарня асҡан, яңы бешкән хуш еҫле икмәк менән ауылдаштарын ғына түгел, ике районды һәм 80-гә яҡын сауҙа нөктәләрен тәьмин итә. Ассортиментта - аҡ һәм ҡара икмәк, булкалар, күмәстәр, бәлеш, кекс, печенье бар, барлығы ун биш атама. Магазиндар эшҡыуар менән ихлас хеҙмәттәшлек итә. Уның продукцияһы һәр ваҡыт тәмле, кәштәлә оҙаҡ ятмай, үҙ һатып алыусыһын таба.
Үҙенең икмәк етештереү эше тураһында Владимир Валерьевич былай ти:
- Эшҡыуарлыҡ менән 2000 йылда шөғөлләнә башланым, өс аҙыҡ-түлек магазины астым. Уларға икмәк ташыу өсөн көн һайын иртәнге етегә икмәк комбинатына барырға тура килә ине. Гел юл йөрөү ялҡытты, етәр, тинем. Үҙем икмәк бешереү цехы асырға ҡарар иттем. Магазиндар ҙа рентабеллеген юғалта башланы, уларҙы эре сауҙа нөктәләре ҡыҫты. Ә икмәкһеҙ тороп булмай, ул кешегә көн дә кәрәк, төп аҙыҡҡа ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Эште башлар алдынан бар яҡлап өйрәндем, ошо тармаҡта тәжрибә туплаған эшҡыуарҙар менән кәңәшләштем.
Романовка ауылында элекке райпо магазины бинаһын һатып алып, Афанасьев капиталь ремонт яһай, ҡорамалдар килтерә һәм тәжрибәле икмәк бешереүселәрҙе эшкә саҡыра. Ҡорамалдарҙы тәүҙә ҡайҙа тура килә шунан ала. Нимәгә аҡса етә, шуға ҡәнәғәт була. Ваҡыт үтеү менән предприятие табыш килтерә башлай, ышаныслы сит ил агрегаттары: француз, итальян мейестәре, шкафтар, ҡамыр баҫыу өсөн машина алалар. Етештереүсәнлек арта, һатыу географияһы киңәйә. Һатып алыусылар Романовка ауылында бешерелгән «Александровка» икмәгенең сифатын яҡшы баһалай. Магазиндар үҙҙәре менән хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итә. Яҡшы килем автопарк асырға (әлеге көндә өс машинаһы бар), эшселәрҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртырға, йылы гараж һәм экспедитор бүлмәһе төҙөргә мөмкинлек бирә.
-Был эштә иң ҡатмарлыһы, - һатып алыусының ышанысын юғалтмау, - ти Владимир Валерьевич. - Продукция артабан да һорау менән файҙаланасаҡмы-юҡмы, был шуға бәйле. Шуға сифатты тейешле кимәлдә тоторға тырышабыҙ. Эште башлаған ваҡыттарҙа белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һала инем. Уңышлы үҫеш өсөн өс нәмәгә иғтибар итергә кәрәклеген аңланым: яуаплы хеҙмәткәрҙәр, ҡорамалдар һәм сеймал. Етештереү ҡорамалдары ышаныслы булырға тейеш. Сеймалды абруй ҡаҙанған предприятиеларҙан алырға кәрәк. Иң мөһиме - ысын һөнәрмәндәр, кәрәкле кешеләр табыу. Икмәкте кеше бешерә. Беренсенән, уның тәме, сифаты икмәк бешереүсенең талантына, оҫталығына бәйле. Бындай белгестәрҙе табыуы ауыр. Беҙгә килгән һәр кешегә шундай ышаныс бирәбеҙ. Яңы килгән кешенең коллективта эшләй аласаҡмы-юҡмы икәнлеген беренсе сменанан уҡ аңларға була. Быны хәл итеү хоҡуғын үҙ эшенең тәжрибәле белгестәр Светлана Мумбер менән Наталья Елизароваға бирәм. Хеҙмәткәрҙең нимәгә һәләте барлығы эш барышында асыҡ сағыла бит.
Цехта ун биш кеше эшләй - икмәк бешереүселәр, водителдәр, ярҙамсылар. Смена киске етенән иртәнге алтыға тиклем дауам итә. Магазиндар асылыуға яңы бешкән икмәкте сауҙа нөктәләренә таратыр өсөн машиналар иртәнге алтынан уҡ ҡуҙғала. Сменаһына ике тоннаға яҡын продукция етештерелә. Бер өлөшө пекарня магазинында һатыла, уға эшҡыуарҙың ҡатыны Анна етәкселек итә. Балалары уҡып йөрөй, каникул ваҡытында ата-әсәләренә ярҙам итәләр. Балаларҙың каникулы бар, эшҡыуарҙарҙың иһә каникулы юҡ, отпускыға китеү ҙә бик һирәк эләгә.
-Тура килгәндә тәбиғәткә сығып ял итәбеҙ, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, - ти Владимир Афанасьев. - Әммә аҙыҡ-түлек етештереүҙе кисектереп тороп булмай. Ҡаҙаҡты бер ай алдан эшләп ҡуйып була, ә икмәк көн дә мейестән сыҡҡан ғына булырға тейеш.
Ғөмүмән, мин бәхетле кеше, сөнки күңелемә ятҡан шөғөл таптым, кешеләргә файҙа килтерәм. Киләсәккә пландар ҙур, артабан үҫешергә кәрәк. Уйлағандарым бойомға ашыр тип ышанам.
Читайте нас: