-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2019, 13:12

Тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәт!

Ҡәҙерле дуҫтар! Бергәләшеп 2019 йылды ла башлап ебәрҙек. Беренсенән, район гәзитенә яҙылған, уның һәр һанын көтөп алған тоғро дуҫтарыбыҙға ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тап һеҙҙең кеүек ярҙамсыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ бар сағында гәзит тә йәшәр.

Ҡәҙерле дуҫтар! Бергәләшеп 2019 йылды ла башлап ебәрҙек. Беренсенән, район гәзитенә яҙылған, уның һәр һанын көтөп алған тоғро дуҫтарыбыҙға ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тап һеҙҙең кеүек ярҙамсыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ бар сағында гәзит тә йәшәр.
Бөгөн “Балҡантау” гәзитенә яҙылыусылар һаны 500-гә яҡын. Был беҙҙе бик ҡыуандыра. Интернет көндән-көн үҙ “ауына” сорнаған мәлдә кистәрен гәзит биттәрен ҡыштырҙатып, район яңылыҡтары менән танышыу бигерәк шәп тә баһа! Юғиһә, атай-олатайҙарҙан ҡалған матур йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тарихта ғына ҡалып бара бит. Гәзит-журнал уҡыу тарихҡа китмәһен ине.
Белеүегеҙсә, район гәзите ауыл халҡына яҡын булған баҫмаларҙың береһе. Шуға ла уның биттәрендә ауыл ерендә йәшәгән кешеләрҙең ижад емештәре донъя күрә. Улар ябай ауыл эшсәндәре, хаҡлы ялдағылар, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Ябай тел менән яҙылған хикәйәләр, иҫтәлектәр, шиғырҙар һәр кемгә оҡшайҙыр тип уйлайбыҙ. Дәүләкән ҡалаһынан Наил Хәмитов, Земфира Атанғолованың хәтирәләре, Фәнүр Низаметдиновтың шиғри шәлкемдәре, Ҡоръятмаҫтан Миңзәлә Хәлилованың, Мәкәштән Гөлшат Саматованың хикәйәләре, Иҫке Мерәҫ ауылынан Зөлхизә Усманованың, Дружба ауылынан Юлай Ғәтиәтуллиндың шиғырҙары гәзит биттәрендә әленән-әле донъя күрә. Редакция менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн авторҙарыбыҙға ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, артабан да ижади бейеклектәр теләйбеҙ.
Балҡантау гәзите хеҙмәткәрҙәре һеҙҙән килгән һәр яңылыҡҡа шат. Ауылдарҙа ниндәй яҡшы хәбәрҙәр бар? Ниндәй саралар үткәрелә? Халыҡтың әүҙемлеге һиҙеләме? Беҙгә ошолар хаҡында яҙып ебәрегеҙ.
Әле ҡыш уртаһы. Бәлки, кистәрен берәү ҡулына аҡ ҡағыҙ алып шиғыр йәиһә нәҫер яҙалыр, икенселәр бәйләм бәйләйҙер, оҫта ҡуллы ир-егеттәр өҫтәл-ултырғыс яһайҙыр, сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биреүселәр спорт менән шөғөлләнәлер. Ә кемдер был ваҡытта ҡулына “Балҡантау” гәзитен алып, редакция хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт емешен уҡыйҙыр. Беҙ барыһы өсөн дә шатбыҙ. Әле малдар ҡурала, яҙғы мәшәҡәттәргә тиклем ваҡыт бар әле. Ауыл кешеһенең дә рәхәтләнеп ял итәһе килә бит. Ял минуттарында рухи аҙыҡ алырға теләүселәр күберәк булыуын теләйбеҙ.
Гәзиттең сираттағы һанын ҡулға алыу менән һәр кеше ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, таныштары тураһында йөкмәткеле мәҡәләләр эҙләй. Район журналистары эргә-тирәләге һәр ваҡиғаның уртаһында ҡайнарға, хәбәрҙар булырға тырыша. Беҙҙең тырышлығыбыҙ һеҙҙең хаҡҡа, хөрмәтле уҡыусылар. Мөһим һәм әһәмиәтле саралар тураһында мәҡәләләр даими рәүештә гәзит биттәрендә донъя күрә килә. Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хәлдәр нисек, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларында ниндәй үҙгәрештәр бар, халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү йәһәтенән ниҙәр эшләнә – быларҙың барыһын да гәзиттә уҡырға мөмкин. Әйткәндәй, “районка” – ауыл халҡына яҡын булған баҫмаларҙың береһе.
Редакция уңайлы ерҙә – ҡала үҙәгендә урынлашҡан, килеүселәргә ишек һәр ваҡыт асыҡ. Подписчиктарыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, уларҙың уй-ниәттәрен, фекерҙәрен белеү беҙгә эшебеҙҙә йүнәлеш бирә, илһам ҡанаттарын нығыта.
Әгәр әле ошо минуттарҙа “Балҡантау” гәзитен алып, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен уҡыйһың икән, мин икеләтә шат, хөрмәтле уҡыусым. Артабан да гәзит менән бергә ҡалығыҙ, яҙылығыҙ һәм уҡығыҙ!
Читайте нас: