Яңы йыл байрамдары артта ҡалды, әммә күптәр уның сағыу тәьҫораттарын һаман да күңелендә һаҡлай әле. Хөсәйен ауылында быйыл яңы йыл каникулдары ғәҙәти булмағанса үтә. Ауыл старостаһы Күсәрбаев Тимерғәзим Фәрит улы декабрҙең һуңғы көндәрендә балалар өсөн тау өйөргә кәрәк тигән уй-ниәтен ауылдаштарына еткерә. Старостаның инициативаһын урындағы эшҡыуарҙар, фермерҙар дәррәү күтәреп ала. Фидан Заһитов, Алия Вилданова, Альбина Булатова, Филүс Мөлөков, Айнур Булатов, Рита Күсәрбаева тау өсөн кәрәкле материалдар бүлеп кенә ҡалманы, яңы йыл шыршыһын биҙәү, балалар һәм өлкәндәр өсөн байрам үткәреүгә ихлас ҡушылды, матди ярҙам күрһәтте.
Тау өйөү үҙе ҙур тырылшлыҡ талап итә. Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡырҡырға, шыуып төшөү өсөн махсус трасса яһарға кәрәк була. Бер төркөм ир-егеттәр өмәгә сығып, кәрәкмәгән ағасатарҙы ҡырҡып юл яһай, шыршы килтерә.
Рәхәтләнеп тау шыуыусылар ошо эштә ярҙам иткәндәре өсөн Роберт һәм Илгиз Гилдиндарға, Рәил Хисаметдинов, Дамир Кәлимуллин, Ринат Мәрҙәнов, Илгиз Ҡорбанғәлиев, Вадим Вәлиәхмәтовҡа рәхмәтле. Зөлфирә Баймөхәмәтова, Рәйфә Хисаметдинова, Алия Вилдановаларҙың тырышлығы менән байрам шыршыһы балҡып ултыра.
Ауыл мәҙәниәт йорто директоры Гөлсәсәк Вәрис ҡыҙы Сәһәрйәрова тарфынан ойошторолған яңы йыл кисәһе лә шаулап-гөрләп, бик матур үтте, тиҙәр хөсәйендәр. Төрлө костюмдар, уйын-көлкө, күңелле конкурстар һәр кемдең күңелендә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Ҡеүәтләгәндәре, ярҙам иткәндәре өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ауылдаштарына сикһеҙ рәхмәтле.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигән хәҡиҡәтте йәнә бер иҫбатлаған быйыл хөсәйендәр.
Ә тау яны балалар тауышынан гөр килеп тора. Күрше-тирә ауылдарҙан да шыуырға килеүселәр бихисап. Ҡышҡы каникулды дуҫтар менән саф һауала тау шыуып, күңел асып үткәреүе ҡалай күңелле!
Ҡыштың һанаулы көндәре үтер ҙә китер, уның артынан яҙ килер. Унан инде йәнә күмәк өмәләр – ауылды төҙөкләндереү, тирә-яҡ территорияны санитар таҙартыу башланыр.Ә әлегә хөсәйендәр рәхәтләнеп тау шыуа, кистәрен мәҙәниәт йортона шашка, шахмат, бильярд уйнарға йыйыла. Шулай итеп, Хөсәйен ауылында ҡышҡы кистәр файҙалы үтә.