+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2019, 18:30

Мәскәү – һоҡланғыс!

5-се гимназияның алтынсы класс уҡыусыһы Виктория Шарова Яңы йыл алдынан Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан йыйылған уҡыусылар делегацияһы составында Мәскәүҙә Дәүләт Кремль һарайында Дөйөм Рәсәй шыршы байрамында булып ҡайтты. Тормошондағы ошо сағыу ваҡиға тураһындағы тәьҫораттарын ул район гәзите хәбәрсеһе менән уртаҡлашты.

5-се гимназияның алтынсы класс уҡыусыһы Виктория Шарова Яңы йыл алдынан Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан йыйылған уҡыусылар делегацияһы составында Мәскәүҙә Дәүләт Кремль һарайында Дөйөм Рәсәй шыршы байрамында булып ҡайтты. Тормошондағы ошо сағыу ваҡиға тураһындағы тәьҫораттарын ул район гәзите хәбәрсеһе менән уртаҡлашты.
- Беренсе кластан уҡ тик бишле билдәләренә генә уҡыйым. Яҡшы уҡыу – минең төп бурысым, сөнки төплө белем беҙҙең һәр беребеҙ алдында ҙур мөмкинлектәр аса, кәрәкле һөнәр алырға, киләсәктә тыуған яҡ файҙаһына хеҙмәт һалырға, кешеләргә һәм үҙеңә файҙа килтерергә ярҙам итә.
Яҡшы уҡыуым – минең төп ҡаҙанышым, шуның өсөн Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүгә барыу хоҡуғына лайыҡ булдым. Тәьҫораттар һөйләп бөтөрлөк түгел.
Мауыҡтырғыс сәйәхәт Өфөнән үк ҡыҙыҡлы башланды. Мәскәүгә барыусыларҙың барыһы ла йыйылып бөткәс, таныштыҡ, “Связист” балалар һауыҡтырыу лагерында ял иттек. Икенсе көндө Өфө аэропортына киттек. Күпселек тиҫтерҙәрем кеүек үк, мин дә самолетта тәүге тапҡыр остом. Барып төшкәс, тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ, барыһына ла бик оҡшаған.
Ошо бер нисә көн эсендә төрлө ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан килгән уҡыусылар менән таныштым, бөгөн инде социаль селтәрҙә аралашып торабыҙ.
Мәскәүгә килеп төшкәс, ҡала нисектер моңһоу һымаҡ тойолдо. Баҡтиһәң, баш ҡалабыҙ бигерәк тә матур икән! Беҙҙе өс автобус көтөп тора ине. Бишәр кешенән торған 28 төркөмгә бүлделәр. Беҙҙең төркөм иң күңелле һәм дәртлеләрҙең береһе булды, шуға отелгә барған өс сәғәтлек юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Мөһабәт бина эргәһенә барып туҡтаныҡ, уның бейеклеге!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа беҙҙе ҡаршыларға килеп еткән. Улар барыбыҙға ла яңы йыл башлыҡтары таратып сыҡты.
Тәҙрәнән тирә-яҡты күҙәтәбеҙ. Бындағы матурлыҡ хайран ҡалдырҙы, үҙебеҙҙе мөғжизәләр илендә итеп хис иттек. Төнгө Мәскәү бигерәк тә һоҡланғыс! Күп һанлы ҡоролмалар, яңы йыл биҙәктәренән күҙҙәр ҡамаша. Үҙеңде ҙур илебеҙҙең уртаһында, баш ҡалаһында тойоу күңелдә аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғолар уята.
Икенсе көндө Измайлов кремленә алып киттеләр, унда шыршы уйынсыҡтары яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр. Был эш бик еңелдән түгел икән.
Кремль шыршыһы күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Байрамға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән балалар килгән. Башта Яңы йыл тамашаһы ҡараныҡ, уҡыусылар сығыш яһаны, артабан спектаклгә киттек. Спектакль миңә бик оҡшаны, әкиәт иленә эләккәндәй булдыҡ. Бүләктәр, сағыу тәьҫораттар күп.
Яңы таныштар менән хушлашыу минуттары еткәс, шуны аңланым, баҡтиһәң, минең өсөн төп бүләк тәмлекәстәр түгел, ә Мәскәүгә сәйәхәт һәм яңы дуҫтарым булған икән. Миңә илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән шундай күләмле сараға барыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.
Киләсәктә лә Мәскәүҙе барып күрермен тигән хыял менән йәшәйем.
Читайте нас: