0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2019, 17:48

Уңыш уңғандарҙы ярата

Йәмил Миннула улы Аҡҡолов яуаплылығы сикләнгән “Ҡаҙанғол ТПХ-һы” йәмғиәтендә а механизатор булып эшләй. Аҙаҡҡы алты йылда ул ”SCORPION” тип исемләнгән күп функциялы телескопик тейәгескә идара итә.

Йәмил Миннула улы Аҡҡолов яуаплылығы сикләнгән “Ҡаҙанғол ТПХ-һы” йәмғиәтендә а механизатор булып эшләй. Аҙаҡҡы алты йылда ул ”SCORPION” тип исемләнгән күп функциялы телескопик тейәгескә идара итә. Ошо техника ярҙамында механизатор ырҙын табағында, фермала, мал аҙығы әҙерләгәндә тейәп ебәреү эштәрен башҡара. Бөгөн универсаль техника хужалыҡтың иген складындағы эштәргә йәлеп ителгән. Тракторист-машинист һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнгән белгестең техникаһы һәр ваҡыт сафта һәм төҙөк.
Йәмил Минулла улы Дәүләкән ҡалаһындағы 27-се АПТУ-ла механизатор һөнәренә уҡый һәм 1979 йылдан алып хужалыҡ баҫыуҙарында хеҙмәт һала. Был йылдар эсендә төрлө маркалы тракторҙарҙа тырышып эшләй. Юғары һөҙөмтәләре өсөн район һәм хужалыҡ етәкселеге тарафынан күп тапҡырҙар бүләкләнә. 2018 йылда юғары эш һөҙөмтәләре өсөн райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләүгә арналған тантаналы йыйылышта Й.М. Аҡҡоловҡа юғары ведомство наградаһы - Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырыла.
Йәмил Минулла улы яҡшы ғаилә башлығы. Ҡатыны Вәрисә Шәмсун ҡыҙы менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Ирле-ҡатынлы бергә йәшәүҙәренең 35 йылын билдәләгән. Вәрисә Шәмсун ҡыҙы фермала машина менән һауыу операторы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Читайте нас: