Өфө дәүләт нефть - техник университетын тамамлаған Айгөл Тимербаева (һүрәттә) 2018 йылда “Дәүләкән районы муниципаль район территорияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” программаһы буйынса грант отҡан. Ул был аҡсаны үҙ эшен асыуға тотонорға ҡарар итә. Университетта уҡыған сағынан уҡ экология темаһы менән ҡыҙыҡһына. «Химик технология, нефтехимия һәм биотехнологияла энергияны һәм ресурстарҙы һаҡлаусы процестар» һөнәре буйынса диплом алып, сәнәғәт һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгес булып, республика нефть эшкәртеү предприятиеһында эшләй башлай, эш ваҡытында күп төрлө стандарт булмаған экологик бурыстар хәл итергә тура килә.
-Миңә үҙ шөғөлөм бик оҡшай, - ти Айгөл, -мәсьәләләр ҡатмарлашҡан һайын, уға яуап табыуы ҡыҙыҡлыраҡ һәм үҙенсәлекле. Билдәле бер этапта ике әйберҙе аңланым: эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләргә ярҙам итәһем килә, «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында» федераль законда ҡаралған экология тураһында положениеларҙы өйрәнергә һәм киләсәктә профессиональ үҫергә тигән маҡсат ҡуйғанмын.
Тәбиғәтем буйынса мин бик асыҡ кеше, яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһынып торам, үҙләштерәм, семинарҙарға, тренингтарға, ҡыҙыҡлы тема күтәрелгән конференцияларға йөрөйөм. Шундай семинарҙарҙың береһендә беҙҙең муниципаль ҡалала үҙ эшен ойошторорға теләүселәргә ярҙам итеүгә саҡырылған программа тураһында белдем.
Бындай эшкә үҙем генә тотонорға баҙнат итмәнем, әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә ҡурҡыу ҙа бар ине.
Башланғыс этапта Дәүләкән ҡалаһының Эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Фролова Светлана Юрьевна һәм эшҡыуар Галина Александровна Бунина ярҙам итте.
Йыл һайын беҙҙең илдең экология законына күп төрлө норматив акттар һәм яңы положениелар индерелә, улар үтәлмәһә штраф һалына. Шуның өсөн һәр предприятиеның, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһаған эшмәкәрлек алып бара икән, тейешле документтары булырға тейеш. Документтар эшмәкәрлек төрөнә ҡарап айырыла. Мәҫәлән, юридик шәхес производство эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра икән, бының өсөн экологик проект документы һәм экологик отчетлылығы булырға тейеш. Шул саҡта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына индерелгән юридик шәхескә (мәҫәлән, автомойка, шиномонтаж, магазиндар һәм һ.б.) экологик отчетлылыҡ ҡына алып барһалар ҙа ярай. Закон положениеларын боҙмаҫ һәм штраф санкцияларына эләкмәҫ өсөн һәр осраҡты үҙ аллы асыҡларға, бөтә нескәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Беҙҙең «Ecoland» ( ШЭ Тимербаева А.Г.) компанияһы тап шуның менән шөғөлләнә. Ул клиенттарға файҙа килтерһен, киләсәктә үҫһен һәм нығынһын өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын.