Уҡытыусы... Был һүҙ беҙҙе иң бәхетле осор – бала сағыбыҙға алып ҡайта. Ул һүҙҙән йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлә. Балаларҙы ихлас яратҡан кеше генә мәктәптә эшләй алалыр тип уйлайым. Түбәндә яҙыласаҡ һүҙҙәрем дә шундайҙар рәтендә булған, дүрт тиҫтә йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған 85 йәшлек хеҙмәт ветераны, тырышлығы күп хөкүмәт наградалары менән баһаланған мәғариф отличнигы Гәүһәр Мөхәмәтдин ҡыҙы Әминева тураһында булыр.
Гүзәл Асылыкүл буйында ултырған Сапай ауылында Әминевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Ҡыҙ уҡырға төшәр йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы Мөхәмәтдин тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына. Мәктәптә уҡыуы бик ауырға тура килә – бүлмәләр һалҡын, кейергә кейем, уҡыу кәрәк-яраҡтары юҡ. Әммә белем алыу теләге, аталарының, ағайҙарының дошманды тиҙерәк еңеп ҡайтасағына ышаныстары ҙур була балаларҙың.
Уҡыу менән бер рәттән урындағы хужалыҡҡа ла ярҙам итәләр: баҫыуға утауға йөрөйҙәр, борсаҡ, башаҡ йыялар, көнбағыш һуғалар.
1941 йылдың май айы һуғыш бөтөү тураһында ҡыуаныслы хәбәр килтерә. Әммә тормош тиҙ генә еңеләйеп китмәй әле, тотош илде емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырырға кәрәк була. Балаларының бәхетенә, бар михнәттәрҙе үтеп, аталары тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
1948 йылда ауылдан өс ҡыҙ – Рәйсә Дәүләтгәрәева, Рәшиҙә Сәйетғәлина, Гәүһәр Әминева Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Киләсәктә балаларға белем бирергә хыялланған ҡыҙҙарға уҡыу еңел бирелә. Училищены уңышлы тамамлап, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” тигән диплом алғас, ҡыҙҙар йүнәлтмә буйынса төрлө тарафтарға эшкә ебәрелә. Өс ауылдаш ҡыҙҙың икәүһе Һамар өлкәһе Чернигов районының Диңгеҙбай ауылына, ә Гәүһәр Алыҫ Көнсығышҡа, Омск өлкәһенә китә. Иртыш буйында урынлашҡан татар ауылына уҡытыусы итеп эшкә тәғәйенләнә.
- Минең менән бергә был мәктәпкә дүрт йәш уҡытыусы килде. Беҙгә пионер, комсомол эштәрен дә йөкмәттеләр. Мәктәп өлгөлөләр рәтендә ине, георгин сәскәһен дә беренсе тапҡыр шунда күрҙем, - тип һөйләй Гәүһәр инәй.
Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булып уйнаған ҡыҙ мәктәпте лә, балаларҙы ла ярата. Һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккән, ярты юлда туҡталып ҡалыуҙы өнәмәгән йәш уҡытыусы ең һыҙғанып тотона. Сит яҡ, сит мөхит тип тормай, белемен арттырыу өсөн ситтән тороп Омск педагогия институтына уҡырға инә.
Артабан яҙмыш уны үҙ яғына – Башҡортостанға алып ҡайта. Буласаҡ тормош иптәше менән танышыу ҙа киноларҙағыса килеп сыға.
- Беҙҙең танышыу Омск вокзалында булды. Уҡыуҙар тамамланғас, 20 көн ял бирҙеләр. Пароходҡа билетты бер аҙна көтөргә кәрәк, бәлки, поезға булыр, тип, ике әхирәтем менән вокзалға төштөк. Әммә поезға ла билет булмай сыҡты. Йәш саҡ ни, төшөнкөлөккә бирелеү юҡ, шаярабыҙ, көлөшәбеҙ. Минең менән килгән рус ҡыҙҙары: “Башҡортса өйрәт әле” -тиҙәр. Мин тегеләргә таҡмаҡ йырлайым, улар минең арттан ҡабатлай, башҡортса һүҙҙәре бигерәк ирмәк килеп сыға, рәхәтләнеп көләбеҙ.
- Ҡыҙҙар, дауам итегеҙ, - тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһаҡ, артыбыҙҙа бер егет тора. Танышып киттек. Ул минең яҡташым, Дәүләкән егете булып сыҡты. Поездан тороп ҡалған. Бына бит ул, шулай ҙа була, үҙ яртымды вокзалда осратырмын тип кем уйлаған? Икенсе йылына өйләнешеп, ғаилә ҡороп ебәрҙек.
Һуғышта ҡатнашҡан, тотҡонлоҡта күп михнәттәр күреп, осраҡлы ғына иҫән ҡалған ире менән Гәүһәр ни бары ун йыл ғына йәшәп ҡала. Һуғыш касафаты үҙенекен итә – ғаилә башлығы 42 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә.
Өс бала менән тол ҡала инәй. Гәүһәрҙең ата-әсәһе дини кешеләр була. Бәләкәй сағынан уҡ балаларына кеселекле, кешелекле, һәр эштә яуаплы булырға, ҡайғы килгәндә Хоҙайҙан сабырлыҡ һорарға кәрәклеген өйрәтәләр. Тап ата-әсәнең нәсихәттәре уға ауыр ҡайғыларҙы еңеп сығырға ярҙам иткәндер.
Алға, Ҡыҙрас мәктәптәрендә балалар уҡыта. Ире үлеп ҡалғас, Сапай башланғыс мәктәбенә күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.
Ауылда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәт: мал ҡарарға, утын әҙерләргә, оло йәштәге әсәһен, ҡәйнәһен, береһенән-береһе бәләкәй өс баланы бағырға кәрәк. Ҡаҡса ғына буйлы ошо ябай ауыл ҡатынына ҡайҙан килгәндер ул түҙемлек һәм көс! Барыһына ла өлгөрә: көнө буйы мәктәптә, кисен йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша.
40 йыл эшләү осоронда бер нисә быуын уҡыусыларҙы уҡытып сығара. Был осорҙа ул уҡытҡан уҡыусылары араһында медицина фәндәре докторы, профессор Әхәт Бакиров, Өфө ҡалаһының 136-сы мәктәбе директоры Шәмсулла Хәбибрахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Ришат Ҡотлоғәлләмов, ауылдың имам-хатибы Азат Хәбиәхмәтов, Мәшғүллек үҙәге начальнигы Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов, урындағы хакимиәт башлығы Әхәт Хәбиәхмәтов, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ришат Дәүләтгәрәев кеүек ир-уҙамандар бар.
Балалары ла күптән буй еткереп, матур донъя ҡорған. Оло улы Ибраһим оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп, Өфөгә ҡайтып төпләнде. Ҡыҙы Тәнзилә әсәһе юлын дауам итеп, Сапай башланғыс мәктәбендә эшләне.
Бөгөн Гәүһәр Мөхәмәтдин ҡыҙы кесе улы Ильяс ғаиләһендә йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә әүҙем тормош алып бара, Ҡөрьән уҡый, аяттарҙа – хөрмәтле абыстай. Ә уның бешергән тәмлекәстәре, үҙе йыйған еләк ҡайнатмалары телеңде йоторлоҡ.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, һәт атҡан таңға ҡыуанып, һыу кеүек аҡҡан ғүмерҙең ҡәҙерен белгән ағинәйебеҙгә ҡарайым да, һоҡланып ҡуям. Ҡайҙан ала ул шундай илаһилыҡты? Хоҙайҙандыр, тим...