+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 16:49

25 ғинуар-студенттар көнө (Татьяна көнө)

25 ғинуарҙа Рәсәйҙә Татьяна көнө байрам ителә. Ә беҙгә ул Студенттар көнө булараҡ билдәле. Тап ошо көндө Мәскәү дәүләт университеты асылыуы тураһындағы Указға ҡул ҡуйыла, шунлыҡтан изге Татьянаны Рәсәйҙең студенттарын яҡлаусы итеп ҡабул итәләр. Был көн йәштәрҙең иң яратҡан байрамдарының береһе тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ.Студенттар - дәртле халыҡ!

25 ғинуарҙа Рәсәйҙә Татьяна көнө байрам ителә. Ә беҙгә ул Студенттар көнө булараҡ билдәле. Тап ошо көндө Мәскәү дәүләт университеты асылыуы тураһындағы Указға ҡул ҡуйыла, шунлыҡтан изге Татьянаны Рәсәйҙең студенттарын яҡлаусы итеп ҡабул итәләр. Был көн йәштәрҙең иң яратҡан байрамдарының береһе тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ.
Студенттар - дәртле халыҡ!
-Беҙ барыбыҙ ҙа, уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа, быйыл был байрамдың йома көнгә тура килеүенә шатбыҙ. Тағы бер уҡыу аҙнаһы артта ҡалды, ә алда – яңы идеяларға тулы көндәр көтә,- тип һөйләй Башҡорт архитектура - төҙөлөш колледжының Дәүләкән филиалы мөдире Ольга Владимировна Котова.
Филиалда студенттарҙың уҡыуына ғына түгел, ял итеүгә, спорт менән шөғөлләнеүгә, төрлө мәҙәни сараларға күп иғтибар бүленә. Бының өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар: репетициялар бүлмәһе, спорт залы, инвентарь. Шулай уҡ баскетбол, волейбол, теннис һәм ҡул тубы буйынса секциялар эшләй. Филиал командаһы ҡала һәм район кимәлендә үткәрелгән спорт ярыштарында еңеү яулай.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Указы буйынса 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде, шуның өсөн студенттар Дәүләкән районы муниципаль районының мәҙәниәт идаралығы тарафынан иғлан ителгән «Театр ҡуласаһы» конкурсына әҙерләнә башлағанда инде. Был сарала ҡатнашыусыларҙы «театрға йәне-тәне менән бирелгәндәр» тип шаярталар. Былтыр Л. Филатовтың «Уҡсы Федот әкиәте...» хикәйәһен сәхнәләштереп көн дә репетиция яһайҙар, кемдең роле яҡшыраҡ килеп сыға икәнлеген билдәләйҙәр. Һөҙөмтәлә батша ролен башҡарған А. Бобылев тамашасылар һөйөүе призынан тыш, «Ролде иң яҡшы башҡарған өсөн»номинацияһында грамота менән бүләкләнгән. И. Нәбиуллина, А. Щерстнева, Р. Кинйәбулатов тасуири итеп шиғыр һөйләгәндәре өсөн грамота алған.
Театр төркөмөнөң етәксеһе - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Н.Х. Шмыговская. Етәксе эшсе һөнәрҙәренә эйә булған кешеләр ысын һөнәрмән дә, бар яҡлап үҫешкән шәхес тә булырға тейеш тип иҫәпләй.
Эшсе һөнәрҙәрҙәрҙең абруйы арта
2019 йылдың 22 авгусынан 27 авгусҡа тиклем WorldSkilis беренсе донъя чемпионаты (донъялағы иң һөнәри оҫталыҡ конкурсы) уҙасаҡ. Был халыҡ-ара йүнәлеш көндән-көн нығый бара, уның нигеҙендә эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм һәм бөтә донъя конкурсын ойоштороу юлы менән һөнәри белемде арттырыу тора.
Йүнәлештең төп миссияһы - эшсе һөнәрҙәргә иғтибарҙы йәлеп итеү һәм яңы профессиональ стандарттар үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Эшсе һөнәрҙәрҙең WorldSkilis чемпионаты ике йылға бер тапҡыр үткәрелә, шулай уҡ уны «Эшсе ҡулдар олимпиадаһы» тип тә атайҙар.
Өфө ҡалаһында, ВДНХ-ла, төҙөлөш һөнәрҙәре конкурсында, Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжының Дәүләкән филиалы студенттары үҙ ҡулдары менән күп нәмә эшләргә өйрәнәләр, һәр эштә тырышлыҡ кәрәк икәнлеген аңлайҙар.
Бөгөн студенттар өҫтөнлөклө эшсе һөнәрҙәре ала, ә киләсәктә улар алдында яңы офоҡтар асыласаҡ, оҫталыҡ серҙәренә төшөнөү теләге барлыҡҡа киләсәк.
Читайте нас: