0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 16:46

Бөтә донъя ҡар көнө

Үткән йәкшәмбе Дәүләкән ҡалаһында “Ҡар көнө” тип исемләнгән байрам үтте. Был матур йолаға Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы нигеҙ һалды, тап уның инициативаһы буйынса 2012 йылдың ҡышынан башлап бөтә донъя ҡар көнө үткәрелә.

Үткән йәкшәмбе Дәүләкән ҡалаһында “Ҡар көнө” тип исемләнгән байрам үтте. Был матур йолаға Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы нигеҙ һалды, тап уның инициативаһы буйынса 2012 йылдың ҡышынан башлап бөтә донъя ҡар көнө үткәрелә.
Уның икенсе исеме - Халыҡ-ара ҡышҡы спорт төрҙәре көнө. Байрамдың маҡсаты – спорттың ҡышҡы төрҙәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, йәштәрҙе әүҙем йәшәү рәүешенә йәлеп итеү.
Сараны ойоштороусылар – Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте, мәҙәниәт идаралығы, Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә ярҙам үҙәге. Беҙҙең ҡала был спорт байрамында икенсе йыл ҡатнаша.
Был көндө ҡар иртәнән үк яуа башланы. Тап байрам көнөндә күбәләкләп ҡар яуыуы Хоҙай хикмәте булды, ахыры. Дәүләкәндә был байрам ҡайҙа ойошторолдо тиһегеҙме? Ҡышҡы уйындар үҙәгенә әйләнгән “Горыныч” тюбинг-паркында, әлбиттә.
Ҡыш тураһында дәртле һәм күңелле йырҙар дәүләкәндәрҙе байрамға саҡырып, алыҫтан уҡ ишетелеп торҙо. Ирекмәндәр сәхнәне ҡарҙан таҙартты, уның тирәләй күңелле тамаша башланғанын көтөп, балалар йүгерешә.
Сараны Дәүләкән районы муниципаль районының йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Жан Сәхәбетдинов асты. Ул йыйылыусыларҙы Бөтә донъя ҡар көнө менән ҡотланы, уңыштар, күтәренке кәйеф, еңеүҙәр теләне.
Байрам ҡыш тураһында шиғырҙар һөйләү конкурсынан башланды. Балалар шулай уҡ ҡышҡы уйындарҙы ла иҫтәренә төшөрөргә тейеш ине.
Ә арҡан тартышҡанда майҙан ҡеүәтләү һүҙҙәренән яңғырап торҙо. Ике командаға бүленеп эстафетала ярышҡанда айырыуса күңелле булды.
Бер аҙҙан ҡояш сыҡты, көн һыуыта башланы, әммә күңелле уйындар менән мауыҡҡан байрамда ҡатнашыусылар быны бөтөнләй тойманы.
Килеүселәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы, сарала ҡатнашыусылар приздар сифатында “Самбо-75” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм “Горыныч” тюбтинг-паркы тарафынан бирелгән бассейнға, тренажер залға, катокка, тюбингта шыуыуға сертификаттар алды.
Был көндө тюбинг-паркка йыйылыусылар ҡышҡы саф һауала рәхәтләнеп ял итте, көс тупланы, ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрҙе.
Читайте нас: