+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 16:53

Һөҙөмтәле эшләйҙәр

Яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәте игенселәре үткән йылда иген культураларынан яҡшы уңыш алды.

Яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәте игенселәре үткән йылда иген культураларынан яҡшы уңыш алды.
Һалынған сығымдар үҙ-үҙен аҡлап ҡына ҡалманы, бөгөн дә һиҙелерелек һөҙөмтә килтерә, складтарҙа запасҡа һалынған иген һатыла. Быйыл сифатлы игенгә хаҡ яҡшы, шуға хужалыҡ алдағы сәсеүгә әҙерлекте әүҙем алып бара – яғыулыҡ, орлоҡ, техника, агрохимия һатып алыуға килешеүҙәр төҙөй.
Һуңғы йылдарҙа бында тракторҙар һәм машиналар паркы яңыртылған. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, булған техника ярҙамында иген культураларын эшкәртеүҙән тыш баҫыу үҙенсәлектәре лә ҡарала. Хужалыҡта бер нисә йыл дауамында энергия һаҡлаусы технологияны үҙләштереү менән шөғөлләнәләр. Был гектар ҡеүәтен арттырырға мөмкинлек биргән.
Спутник навигацияһы менән йыһазландырылған юғары етештереүсәнле трактор алғандар. Был техника үҙен эштә бик яҡшы күрһәткән.
Йәмғиәт етәкселеге юғары уңдырышлы, перспективалы орлоҡтар һатып алыуға аҡса йәлләмәй. Кәрәк булғанда тоннаһын 30 мең һумдан ашыу хаҡҡа ла алалар. “Скипетр” ужым бойҙайы, яҙғы бойҙайҙың “Архат” орлоғон һатып алып сәскәндәр. Улар ауырыуҙарға бирешеп бармай, яҡшы уңыш менән ҡыуандырған. Был хужалыҡҡа ужым бойҙайын эшкәртеүгә күсеүгә мөмкинлек биргән.
Орлоҡсолоҡ хужалығы лицензияһын алыу Поляковка игенселәренә республиканың орлоҡ баҙарына сығырға булышлыҡ иткән. Әлеге ваҡытта складтарҙа яҙғы бойҙайҙың һатыуға әҙерләгән “Архат” сорты бар.
Перспективаға эшләп, ағымдағы эштәрҙе лә онотмайҙар. Яҙғы баҫыу эштәренә13 трактор, 16 автомобиль, сәсеү комплексы шул иҫәптән сәскестәр, тейәгес машиналар, көнбағыш тейәгес әҙерләнгән. Баш инженер Игорь Кривдюк, механик Дмитрий Прокопов, иретеп йәбештереүсе Виктор Фәрүәзов техника үҙ ваҡытында әҙерләнһен һәм һаҡлауға ҡуйылһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән.
Склад мөдире Сергей Трегубов игенде һәм яғыулыҡ-майлау материалдарын һаҡлау буйынса бурысын еренә еткереп үтәй, уларға теүәл иҫәп алып бара. Был эш участкаһында ете кеше хеҙмәт һала.
Радик Сәрүәров, Андрей Овсюк, Владимир Полежаев, Андрей Самойленков иген таҙартыу һәм тейәү техникаһының төҙөклөгөн күҙәтеүҙә тота. Агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн үткән йыл Андрей Самойленков Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған. Дәүләкән АПТУ-һында водитель һөнәре алғандан һуң, Владимир армияла хеҙмәт итеп ҡайта һәм 1991 йылдан алып ауыл хужалығы производствоһында эшләй. 2010 йылда автомобилдән тракторға күсеп ултыра һәм был йылдар эсендә төрлө маркалы тракторҙарҙа баҫыуҙарҙы иңләй. Бөгөн уға “ДТ” һәм “Беларус” тракторҙары беркетелгән. Эш етерлек: сәсеүҙә, баҫыуҙа, урып йыйыуҙа, ырҙын табағында, бөгөн иһә яуаплы эшсән фермаларға мал аҙығы ташый.
Был ҡышҡы көндәрҙә бухгалтерия хеҙмәткәрҙәренең дә хәстәрлектәре етерлек. Отчет кампанияһын тамамлап, улар банктар менән эшләргә тотонған. Талаптар юғары, бөтә документтарҙы үҙ ваҡытында һәм ентекле тултырырға кәрәк. Баш бухгалтер Ирина Мосякова етәкселегендә Екатерина Полежаева, Елена Стручкова үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара. Хужалыҡ етәкселеге яғынан да тәжрибәле белгескә дәғүәләр юҡ. Бөтә килемдәргә һәм сығымдарға теүәл иҫәп алып барыла – был яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәтенең тотороҡло иҡтисади үҫеше нигеҙе.
Эшендәге уңыштары өсөн Елена Стручкова 2018 йылда БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған. Ул Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң ошо хужалыҡҡа эшкә килә.
Атҡаҙанған аул хужалығы эшсәне Остапенко Валерий Владимирович етәкселегендә эшләгән татыу һәм берҙәм коллективтың 2019 йылға билдәләнгән бурыстарҙы теүәл үтәп сығасағына шик юҡ.
Читайте нас: