Ошо көндәрҙә ҡаланың канализация системаһында тығын барлыҡҡа килеү сәбәпле, тармаҡ эшендә бер аҙ өҙөклөктәр булды. “ГорКомСервис” муниципаль унитар предприятиеһы коллективы уны бөтөрөү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне, әммә канализацияға сит предметтар эләгеүе арҡаһында бикләү арматураһы һәм насос сафтан сыҡты. Коммуналь хеҙмәт бригадаһы ҡаланың канализация системаһы тығылыуына килтергән предметтар иҫәбендә картуф ҡабыҡтары, һөйәктәр, боҙолған аҙыҡ-түлек, хатта батырылған бесәй балалары, бынан тыш иҫке сепрәктәр, мендәрҙәр, кейем булыуын атай.
Был нимә хаҡында һөйләй? Үҙәк канализациянан файҙаланған күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр канализация системаһындағы авария осраҡтарын үҙҙәре булдыра, шуның менән коммуналь хеҙмәттәргә һәм йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
“ГорКомСервис” муниципаль унитар предприятиеһының ҙур булмаған коллективы 36 километрҙан ашыу оҙонлоҡта канализация системаһын хеҙмәтләндерә. Унда меңдән ашыу ҡоҙоҡ иҫәпләнә, уларҙың һәр береһен даими рәүештә тикшереп торорға кәрәк. Саҡырыу буйынса тәүлек әйләнәһенә йөрөргә тура килгән саҡтар ҙа була.
Ҡаланың үҙәк канализацияһына район дауаханаһы, ҡаланың мәғариф учреждениелары, балалар баҡсалары, административ биналар тоташтырылған. Авария булған осраҡта уларҙың эше туҡталып ҡала. Өҫтәүенә канализация системаһының тығылыуы йыуынты һыуҙарҙың ер өҫтөнә ағып сығыуына килтерә, был иһә ҡаланың экологик һәм санитар торошона кире тәьҫир итә. Шуға күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә мөрәжәғәт итәһе килә, коммуналь хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәренең эшен хөрмәт итегеҙ, күршеләрегеҙгә һәм үҙегеҙгә проблема тыуҙырмағыҙ, дөйөм ҡағиҙәләрҙе күҙәтегеҙ.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын, башҡа сүп-сарҙы ташлау өсөн ҡаланың һәр микрорайонында, һәр урамда махсус контейнерҙар ҡуйылған. Канализация системаһына әйберҙәр ташламағыҙ.
Шуны белергә кәрәк, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь комплексы буйынса РФ Дәүләт комитетының 2003 йылдың 27 июлендәге 170-се ҡарары менән раҫланған Торлаҡ фондын эксплуатациялау ҡағиҙәләре һәм нормаларының 5.8.7-се пунктында канализациянан файҙаланыу ҡағиҙәләре билдәләнгән:
- унитазға, раковиналарға, йыуынғыстарға еңел тоҡанып китеүсән шыйыҡлыҡ, иретмә һалмаҫҡа;
- унитазға ҡом, төҙөлөш сүп-сары, сепрәк-сапраҡ, шәхси гигиена әйберҙәре, һөйәк, быяла, металл һәм ағас предметтар ташларға ярамай;
- ҡалған аҙыҡ-түлекте канализацияға ташлау тыйыла;
- канализация селтәре тығылған осраҡта раковиналар, йыуынғыстар, унитаз, һауыт-һаба һәм кер йыуыу машиналарын ҡулланмаҫҡа, йәғни канализацияға һыу ағыҙмаҫҡа;
- балаларығыҙға унитазға предметтар ташларға ярамағанлығын аңлатығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, канализация торлаҡ йорттарҙан һыу ағыҙыу өсөн генә тәғәйенләнгән.