-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2019, 18:27

Бәхәсле осраҡтарҙа нишләргә?

Район гәзите редакцияһына Комсомол ауылында йәшәүсе Н.К. Ситдиков мөрәжәғәт итте. Ул ҡала магазиндарының береһендә тауар һатып алғанда үҙе менән булған күңелһеҙ хәл тураһында бәйән итә. Ир стеллаждарҙа яҙылып ҡуйылған хаҡтарға ҡарап тауар һайлай. Әммә кассала иҫәләшкәндә, чектағы хаҡ яҙылып ҡуйылғандан күберәк булып сыға.

Район гәзите редакцияһына Комсомол ауылында йәшәүсе Н.К. Ситдиков мөрәжәғәт итте. Ул ҡала магазиндарының береһендә тауар һатып алғанда үҙе менән булған күңелһеҙ хәл тураһында бәйән итә.
Ир стеллаждарҙа яҙылып ҡуйылған хаҡтарға ҡарап тауар һайлай. Әммә кассала иҫәләшкәндә, чектағы хаҡ яҙылып ҡуйылғандан күберәк булып сыға.
Н.К. Ситдиков әйтеүенсә, магазинда “Ялыуҙар һәм тәҡдимдәр кенәгәһе” лә булмай сыға. Һатып алыусы сауҙа нөктәһе персоналына мөрәжәғәт итә, әммә ыңғай яуап та алмай, бер ниндәй компенсация ла булмай. Әйтергә кәрәк, был беренсе осраҡ түгел.
Беҙҙең һәр беребеҙҙең, моғайын, ниндәй ҙә булһа тауар йәиһә аҙыҡ-түлек һатып алғанда ошондай хәлгә тарығаны барҙыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙеңдең ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлар өсөн ошондай осраҡтарҙа нисек эш итергә кәрәклеген күптәр белмәй.
Район гәзите редакцияһы ошо хаҡта аңлатыуҙы һорап, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Шишмә, Архангел, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Кушнарен райондарындары территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итте:
“Әгәр сауҙа предприятиеһы яғынан хоҡуҡтарығыҙ боҙола икән, иң тәүҙә магазин администрацияһына, персоналға мөрәжәғәт итегеҙ. Дәғүә белдереүегеҙ ҡәнәғәтләндерелмәй икән, шәхси эшҡыуармы ул, йәиһә магазинмы, хоҡуҡтарығыҙ боҙолоуы тураһында яҙма ғариза менән сауҙа нөктәһе етәкселегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Ғариза биреүе хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап юридик шәхескә мөрәжәғәт иткәндән һуң уның мөрәжәғәте ҡаралмаһа, талаптары ҡәнәғәтләндерелмәһә, ул ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә федераль дәүләт күҙәтеүе башҡарған органға ялыу менән мөрәжәғәт итә ала.
Шуны әйтергә кәрәк, “Ялыуҙар һәм тәҡдимдәр китабы”нда яҙылғандар ҙа яҙма мөрәжәғәт булып тора.
“Дәүләт һәм муниципаль контролде башҡарғанда юридик шәхестәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы яҡлау тураһында”ғы 294-се федераль законға ярашлы, бындай мөрәжәғәт сауҙа нөктәһенә пландан тыш тикшереү үткәреү өсөн нигеҙ булып тора.
Сауҙа предприятиеһына дәғүә яҙғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙәтергә кәрәк:
- ялыуҙы ике данала яҙырға, уның береһен һатыусыға тапшырырға, икенсеһе, һатыусының дәғүәне алыу датаһы, исем-фамилияһын күрһәтелгәне, үҙегеҙҙә ҡала. Һеҙ шулай уҡ ялыуҙың бер данаһын заказлы хат менән сауҙа ойошмаһына ебәрә алаһығыҙ;
- дәғүәлә үҙегеҙҙең талаптарығыҙҙы ғына күрһәтмәгеҙ, тауарҙың нисек һәм ҡайҙа алынғанлығы тураһында факттар килтерегеҙ, раҫлаусы документтарҙы ҡушып һалығыҙ;
- чекты юғалтмағыҙ, дәғүәлә уның булыуы тураһында билдә ҡуйығыҙ. Чек һаҡланмаған хәлдә лә, магазинға ҡарата дәғүә яҙа алаһығыҙ. Уның булмауы һеҙҙең законлы талаптарығыҙҙы ҡәнәғәтләндермәүгә нигеҙ була алмай.
Сауҙа залындағы яҙыуҙарҙа хаҡ чекта күрһәтелгән хаҡтан юғары булған осраҡта, “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закондың 10-сы статьяһы 1-се пунктына ярашлы, әҙерләүсе (башҡарыусы, һатыусы) ҡулланыусыға тауар (эш, хеҙмәт) тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирергә тейеш.
Ошо уҡ статьяның 2-се пунктында тауарҙың һумдарҙағы хаҡы был мәғлүмәттең айырылғыһыҙ өлөшө. РФ Граждандар кодексында оферта, йәғни документ менән нигеҙләнгән тәҡдим тигән төшөнсә бар. Магазиндарҙа оферта булып тап хаҡ күрһәтелгән яҙыуҙар тора һәм һатыусы һеҙгә тауарҙы ошо яҙыуҙағы хаҡ буйынса һатырға тейеш. Шуға тауарҙы һеҙгә яҙыуҙа күрһәтелгән хаҡ буйынса һатырға тейештәр.
Законға ярашлы, хатта бәләкәй генә сауҙа нөктәһе лә “Ялыуҙар һәм тәҡдимдәр китабы”н ҡуйырға бурыслы. Уны биреүҙән баш тартырға тейеш түгелдәр.
Үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай белегеҙ, алған тауарҙарығыҙ һеҙҙе һәр саҡ ҡыуандырһын! ”
Читайте нас: