+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2019, 18:21

Лапы йыйыу өсөн ҡаршылыҡ юҡ

2019 йылдың 1 ғинуарынан “Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль закон көсөнә инде. Закон граждандарға үҙ ихтыяждары өсөн лапы әҙерләргә рөхсәт бирә.

2019 йылдың 1 ғинуарынан “Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль закон көсөнә инде. Закон граждандарға үҙ ихтыяждары өсөн лапы әҙерләргә рөхсәт бирә.
Республикала йәшәүселәрҙән был законды ҡулланыу йәһәтенән мөрәжәғәттәр күп килә. Ошо айҡанлы, уларҙы ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауға яуап бирәбеҙ.
Нимә ул лапы?
Лапы – ул көслө ел ваҡытында, ҡар ауырлығынан йәки ниндәй ҙә булһа ауырыу менән зарарланғанлыҡтан ҡороп ауған ағастар.
Лапы әҙерләү өсөн кемдән рөхсәт алырға?
Уны әҙерләү өсөн бер ҡайҙан да рөхсәт кәрәкмәй.
Лапы әҙерләү өсөн урманға балта йәки бысҡы алырға яраймы?
Эйе, бензин бысҡыһы ла алырға ярай. Бында бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ, ауған ағасты ҡырҡҡылап тейәп алып ҡайтырға кәрәк бит.
Ҡайһы миҙгелдә әҙерләү рөхсәт ителә?
Лапыны йылдың һәр миҙгелендә әҙерләргә мөмкин, әммә янғындар сығыу хәүефе булғанлыҡтан урмандарға инеү тыйылған мәлдә ярамай.
Уны ниндәй урмандарҙа әҙерләргә рөхсәт ителә?
Ағас ултыртыу эше алып барылған, әҙерләнгән ағас өйөлгән урындарҙан тыш, лапыны бөтә ерҙә әҙерләргә мөмкин.
БР Урман хужалығы министрлығының 2018 йылдың 26 декабрендә 03/9251-се һан аҫтында үҙенең территориаль подразделениеларына ебәрелгән хаты үҙгәртелде һәм ул ҡулланылмай. Унда урмандарҙы һаҡлаусы органдарға был хаҡта белдерергә һәм лапы әҙерләүгә рөхсәт алырға кәрәклеге тураһында әйтелгәйне. Әле Министрлыҡ законды ҡулланыу буйынса яңы хат ебәрҙе. 12 ғинуарҙа БР Урман хужалығы министрлығы һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашҡанда өҫтә бирелгән һорауҙарға яуаптар килешелде.
Лапы әҙерләү өсөн урманға барған кешеләрҙән шуны үтенәм, үҫеп ултырған ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡмағыҙ, үҫемлектәргә зыян килтермәгеҙ, ағас ботаҡтарын урманда ҡалдырмағыҙ – улар сүп булып ята һәм янғын ҡурҡынысы тыуҙыра.
Үҫеп ултырған ағасты ҡырҡҡан өсөн административ, айырым осраҡтарҙа (килтерелгән зыянға ҡарап) енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Был закон кәрәкле тип һанайым, айырыуса ауыл халҡы өсөн, сөнки ҡороған ағастар утындан тыш бағана алмаштырғанда, башҡа эштәрҙә ҡулланыла.
Закондың үтәлеше буйынса ҡаршылыҡтар килеп сыға ҡалһа, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса миңә мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: