-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2019, 17:55

Шатлыҡ бүләк итәләр

Бер нисә йыл элек ҡаланың микрорайондарында арт-объекттар барлыҡҡа килде: мейестәр, тирмәндәр, паровоз һәм башҡалар.

Бер нисә йыл элек ҡаланың микрорайондарында арт-объекттар барлыҡҡа килде: мейестәр, тирмәндәр, паровоз һәм башҡалар. Ҡайһы береһе бәләкәй генә урам китапханалары булып китте, ҡайһы берәүҙәре матурлыҡ өсөн тора. Уларҙың тәғәйенләнеше мөһим түгел, кешенең ҡул эштәре тирә-яҡтағыларға яҡшы кәйеф бүләк итә. Был объекттарҙа ҡул оҫталарының күңел йылыһы һиҙелә, уны ҡала халҡы менән ихлас уртаҡлашалар. Балалар өсөн был ҡоролмалар - үҙе бер шатлыҡ, көндәлек тормошта әкиәт менән осрашыу.
Һәр кеше үҙенең яратҡан йортон хәленән килгәнсә матурлай. Ҡала - ул беҙҙең дөйөм йортобоҙ. Уның һәр мөйөшөн матурлау берҙәм эш. Ҡалала төҙөлгән ҡоролмаларҙы һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, төҙөкләндереүгә әүҙем ҡушылайыҡ. Шул ваҡытта ҡала урамдары беҙҙе үҙенең матурлығы менән ҡыуандырыр.
Читайте нас: