0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2019, 18:07

Тәбиғәт көйһөҙлөктәре кәртә түгел!

Ишелеп яуған ҡар балалар өсөн шатлыҡ булһа, коммуналь хеҙмәттәргә тәүлек әйләнәһенә дауам иткән эш.Бала-саға йомшаҡ ҡарҙа аунап рәхәтләнгәндә «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҡалын-ҡалын көрттәр менән көрәште дауам итә. Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙе буран тағы ла бер тапҡыр ныҡлыҡҡа тикшерҙе.

Ишелеп яуған ҡар балалар өсөн шатлыҡ булһа, коммуналь хеҙмәттәргә тәүлек әйләнәһенә дауам иткән эш.
Бала-саға йомшаҡ ҡарҙа аунап рәхәтләнгәндә «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҡалын-ҡалын көрттәр менән көрәште дауам итә. Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙе буран тағы ла бер тапҡыр ныҡлыҡҡа тикшерҙе.
Ҡала урамдарында ҡарҙан таҙартыу машиналары иртәнге сәғәт етенән эшләй. «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Н.А. Юлков әйтеүенсә, ҡала урамдарын көрт өйөмөнә ҡарап таҙартыла башлай. Тәү сиратта ҡаланың үҙәк майҙанын, урамдарҙы таҙартырға тырышабыҙ, автобус туҡталыштарын, тротуарҙарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ә һуңынан бәләкәйерәк һәм алыҫтараҡ урамдарға күсәбеҙ.
Предприятиела авария-диспетчер хеҙмәте эшләй, ул тәүлек әйләнәһенә һауа торошона мониторинг үткәрә, төндә лә, көндөҙ ҙә ҡаланы урап сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының иҫкәртеүе була ҡалһа, һауа торошоноң кинәт үҙгәреп китеүе күҙәтелһә, предприятие диспетчерҙарына хәбәр ебәрелә. Һауа торошонда үҙгәрештәр күҙәтелгән осраҡта, авария-диспетчер хеҙмәте ҡаланы төҙөкләндереү буйынса мастер С.В. Поляковҡа һәм гараж механигы Н.Н. Тихоновҡа хәбәр итә, улар тиҙ арала әҙерлек эштәрен башлай. Предприятиела ДЗ-98 грейдеры, МТЗ-1221, МТЗ -82, Т-40, МКСМ-800 һәм NЕО- 200 тейәгесе, ЗИЛ-130 ҡом таратҡысы, КАМАЗ автомобилдәре һәм ҡар ташыусы үҙбушатҡыстар бар. Был техникалар һәр ваҡыт сафта, ҡала урамдарын ҡар ҡатламынан таҙартырға сығырға һәр саҡ әҙер, - ти гараж механигы Николай Тихонов. - Ҡала урамдарын көрт баҫҡанда, ҡар таҙартыу техникалары водителдәрен тәүлегенә 2-3 тапҡыр саҡыртып сығарабыҙ.
Беҙҙә берҙәм һәм яҡшы команда тупланған, беренсенән, «грейдер +ике трактор» берлектә эшләй, юлдың машиналар йөрөй торған өлөшөн ҡарҙан һәм йоҡа боҙҙан таҙартып бара, уның артынан ҡом таратҡыс текә үрҙәргә, юл саттарына, йәйәүлеләр йөрөй торған юлдарға, светофор тирәһендә, белем биреү учреждениелары һәм социаль биналар территорияларына ҡом һибә. Үҙебеҙҙең эште сифатлы башҡарырға тырышабыҙ, - ти төҙөкләндереү буйынса мастер Сергей Поляков. –Шулай уҡ берҙәм һәм көйлө эшләгән водителдәрҙе билдәләп китәһе килә. Р.Х. Әхмәтшин, И.И. Фазылов, Н.Н. Степанов, М.Н. Искәндәров, тракторсылар Д.С. Боранғолов, М.Т. Тәйүпов, П.Н. Ильясов, Н.Н. Мостафин, грейдерсы А. Н. Пахомов үҙ бурысын еренә еткереп башҡара. Ошондай һөнәрмәндәр булғанда беҙ бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алабыҙ,-ти С.В. Поляков.
Ҡыш үҙенең холҡон тулыһынса күрһәтеп өлгөрмәне әле, әммә «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы көтөлмәгән хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер, сөнки юлдарҙың тәртиптә булыуы уларҙың тырышлығына бәйле икәнлеген бында яҡшы аңлайҙар.
Читайте нас: