-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2019, 17:04

«Блокада икмәге» акцияһы

27 ғинуар - Рәсәй тарихында иҫтәлекле дата. Ул беҙгә 900 көн һәм төн дауам иткән Ленинград блокадаһы өҙөлгән көн булараҡ билдәле.

27 ғинуар - Рәсәй тарихында иҫтәлекле дата. Ул беҙгә 900 көн һәм төн дауам иткән Ленинград блокадаһы өҙөлгән көн булараҡ билдәле. Аслыҡ, ҡаланың өҙлөкһөҙ бомбаға тотолоуы, Төньяҡ баш ҡала халҡының батырлығы тарихыбыҙҙа мәңгегә уйылып ҡалған. Ул ваҡыттан һуң 75 йыл үткән, әммә Ленинград халҡының ҡаһарманлығы сыҙамлыҡ өлгөһө булып тора, беҙ уны оноторға тейеш түгелбеҙ.
Әүҙем гражданлыҡ позицияһы тәрбиәләү, йәштәр араһында халҡыбыҙҙың героик үткәненә хөрмәт, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсатында, 17 ғинуарҙан 27 ғинуарға тиклем белем биреү учреждениеларында блокаданы өҙөүҙең 75 йыллығына ҡарата “Блокада икмәге” тип атлаған акция үтте.
Сара Сергиополь ауылы мәктәбендә старт алды, бында 23 ғинуарҙа 1-9 кластар өсөн акция үтте. Уны «Созвездие» балалар ойошмаһы вәкилдәре ойошторҙо. Уҡыусылар һуғыш йылдарында кешеләрҙең нисек көн итеүе, икмәк заводының эше, икмәкте ниндәй ондан бешереүҙәре, ни өсөн блокада икмәге тип атағандары тураһында һөйләнеләр. Килеүселәргә ошо йылдарҙа бер кешегә көнөнә бирелгән 125 грамм икмәкте күрһәттеләр. Бар ҡатнашыусыларға икмәк карточкаһы таратылды, блокада көндәрендә уны юғалтыу әжәлгә тиң була. «Ленинград блокадаһы» тураһында документаль фильм балаларҙа юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Акция бер минутлыҡ тынлыҡ менән тамамланды.
26 ғинуарҙа «Блокада икмәге» акцияһы ҡаланың барлыҡ дөйөм биреү мәктәптәрендә үтте. Уны Дәүләкән районы муниципаль районының мәғариф идаралығы, йәштәр эштәре буйынса бүлеге, Ғаиләне, балаларҙы һәм йәштәрҙе яҡлау үҙәге ойошторҙо.
4-се лицей акцияны «Факел» эҙләнеү отряды менән берлектә үткәрҙе. «Факел» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе С.Ю. Чиков, эҙләнеү эштәре барышында, шул иҫәптән Ленинград өлкәһендә табылған экспонаттарҙы күрһәтте, хәрби-патриотик күргәҙмә тәҡдим итте. Мәктәп уҡыусылары һуғыш йылдарында һалдаттар тарафынан ҡулланылған көрөшкәләрҙе, ҡалаҡтарҙы, котелоктарҙы, көнкүреш әйберҙәрен, китаптар һәм журналдарҙы, фронттан яҙылған хаттарҙы, төрлө гильзалар, ярсыҡтарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Һуңынан акцияла ҡатнашыусылар лицейҙың тамашалар залына күсте, унда лицей уҡытыусыһы Людмила Семеновна Шәймөхәмәтова уҡыусыларға Ольга Берггольцтың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уның шиғри юлдары Ленинград халҡына йәшәргә көс биргән. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Ленинград халҡы ҡаланың ҡапҡаларын астырмай, фашистарға бирешмәй еңәләр.
Акция аҙағында Дмитрий Шостаковичтың музыкаһы аҫтында уҡыусыларға 125 грамм (паектың тәүлек нормаһы тап шулай була) икмәк таратылды. Икмәктең нисек ҡәҙерле икәнен яҡындары менән уртаҡлашыр өсөн күптәре блокада нормаһын өйҙәренә алды.
1-се мәктәптә Г.Г. Хәбибуллина етәкселеге аҫтында «Звезда» эҙләнеү отряды, 3-сө башҡорт гимназия-интернатында – Р.Ю. Шәфиғуллина етәкселегендә «Ваурсы» эҙләнеү- патриотик клубы активистары, 5-се гимназияла«Факел» эҙләнеү отряды етәксеһе урынбаҫары А.А. Казанцев етәкселегендә акциялар үтте.
Акцияла ҡатнашыусылар, ойоштороусылар Вячеслав Викторович Сенаторов йөҙөндә Дәүләкән икмәк бешереү комбинаты хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерә. Улар 50 килограмм икмәкте блокадалағы ҡала рецептураһы буйынса бешерә. Комбинат ярҙамы менән уҡыусылар блокада икмәген ашап ҡарай алды.
23 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһының бер пекарняһында 12 меңдән ашыу икмәк порцияһы Ленинград блокадаһы рецепты буйынса бешерелгән. Акцияның инициаторы - «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй йәмәғәт йүнәлеше һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Зиннур улы Бикбаев.
25-26 ғинуарҙа бешерелгән 125 грамм икмәк республика халҡына “Блокада икмәге” байрамында таратылды, ә 27 ғинуарҙа Санк-Петербург ҡалаһында Илдар Бикбаев Бөрө ҡалаһынан алып киленгән икмәкте Пискар мемориал комплексында таратты, “блокада” икмәген Санк-Петербург ҡалаһы етәкселегенә тапшырҙы.
Беҙҙең быуын тыныс тормошта йәшәй. Аслыҡтың һәм һуғыштың нимә икәнлеген яҡшы беләбеҙ.
Хәҙерге быуын йәштәре ватандаштарыбыҙҙың батырлығы, блокада ауырлығын кисергән Ленинград халҡы иҫтәлеген, улар иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы белергә тейеш...
Читайте нас: