+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2019, 17:22

Тейешле баһа алдылар

Дәүләт техник тикшереү инспекцияһы белгестәре һәм инженерҙары биш тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт дауамында үҙйөрөшлө техниканың тотороҡло эшләүенә үҙ өлөшөн индерә. Урып йыйыу булһынмы, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу булһынмы – махсус машиналарҙан башҡа мөмкин түгел.

Дәүләт техник тикшереү инспекцияһы белгестәре һәм инженерҙары биш тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт дауамында үҙйөрөшлө техниканың тотороҡло эшләүенә үҙ өлөшөн индерә. Урып йыйыу булһынмы, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу булһынмы – махсус машиналарҙан башҡа мөмкин түгел.
Министрҙар Советы – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1993 йылдың 13 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона дәүләт тикшереүе тураһында”ғы 1291-се ҡарарына Башҡортостанда дәүләт техник тикшереүе тураһына положениға һәм административ регламенттарға ярашлы, инспекция 12 йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып бара, уларҙың икәүһе айырыуса мөһим.
Беренсеһе – техник һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе күҙәтеү.
Икенсеһе – файҙаланыу, ремонтлау, техник хеҙмәтләндереү, техниканы һаҡлауға ҡуйыу барышында уларҙың техник торошон, ҡулланыусыға һәм заказсыға зыян килтереүҙән һаҡлау өсөн агросәнәғәт комплексында техник нормаларҙың күҙәтелеүен тикшереп тороу.
Тикшереү өлкәһендәге функциялар тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналарын һәм башҡа машиналарҙы, уларға тағылмаларҙы теркәү, техник тикшереү менән тулыландырыла. Шулай уҡ граждандарҙың шәхси милегендә булған техниканы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Бөгөн инспекцияла 1200-ҙән ашыу техника: тракторҙар, комбайндар, юл-төҙөлөш машиналары, трактор тағылмалары иҫәптә тора.
Дәүләт техник тикшереүе инспекцияһы ошо органда теркәлгән машиналар менән залогҡа ҡуйыу операциялары башҡарғанда дәүләт яғынан теркәү органы сифатында ҡатнаша.
Дәүләт техник тикшереүе органдары, башҡа күҙәтеү һәм контроль хеҙмәттәр, власть органдары, ойошмалар һәм граждандар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеп, уларға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
Район инспекцияһы штаты ҙур түгел – ни бары ике кеше. Әммә инспекторҙар ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй, кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге, уларҙың милеге һағында тора.
Радик Минулла улы Вәлиев инспекцияла 2011 йылдан бирле эшләй, ә уның дөйөм стажы – 21 йыл. Баш инженер-инспектор Фәрхәт Минеәсхәт улы Таһиров йөкмәтелгән вазифаһын ете йыл башҡара.
Дәүләкән районы муниципаль районы буйынса дәүләт техник тикшереүе инспекцияһы үткән йыл республика дәүләт техник тикшереүе инспекциялары араһында иң яҡшыһы тип танылды һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломы менән наградланды. Бүләк сифатында уларға яңы “Лада-Гранта” автомобиле тапшырылды. Беҙҙең белгестәр үҙйөрөшлө техникаларҙы тикшереү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм эшмәкәрлектәрендәге башҡа талаптарҙың 16 пункты буйынса республикала яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.
Был тармаҡ инженер-инспекторҙарының намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте ҡалала һәм ауыл ерендә үҙйөрөшлө техникаға ҡарата талаптарҙы теүәл үтәргә, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: